Озак йылдар дауамында район мәғәриф бүлеге Балалар ижат үҙәге менән берлектә Уҡыусыларҙың кескәй академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре конкурсын ойоштора. Ағымдағы йыл да иҫкәрмә булманы. Бәйгенең район этабында 13 номинация буйынса 23 фәнни-тикшеренеү эше ҡаралды. 15 февралҙә улар араһында иң яҡшылары тип табылған бишеһе республика этабына ебәрелде. Һөҙөмтәлә бәйгенең ғәмәли онлайн этабына беҙҙең район уҡыусыларының ике фәнни-тикшеренеү эше үтте.
3 апрелҙә йәш райондаштарыбыҙ республика күләмендәге бәйгелә үҙ эштәрен яҡланы. Унда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан 100ҙән артыҡ уҡыусы төрлө секцияләрҙә доклад һәм презентация формаһында башҡарылған эштәрен яҡлап, жюри ағзалары һорауҙарына яауап бирҙе. Әлегә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаман да һаҡланғанлыҡтан, сара онлайн режимында ZOOM платформаһында үтте. Бәйгенең жюри ағзалары – Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының юғары квалификацияле уҡытыусылары, фәнни-тикшеренеү институттары хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың атҡаҙанған уҡытыусылары.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Бәшир урта мәктәбенең 4нсе синыф уҡыусыһы Элина Басирова “Тел белеме” номинацияһында призлы өсөнсө урынды яулады. Ул уҡытыусыһы Алһыу Рифғәт ҡыҙы Кәримова етәкселегендә башҡарылған “Ҡушаматтар” эшен яҡлап сығыш яһаны.
“Математика” номинацияһында иң оригиналь проблеманы күтәргән Саҡмағош гимназияһының 5нсе синыф уҡыусыһы Эмиль Гәрәев иң яҡшыһы тип танылды. Ул уҡытыусыһы Мария Михайловна Кәримова етәкселегендә “Мобиль ярҙамсы” тикшеренеү эшен башҡарған.