САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
11 Апреля 2021, 06:20

Минең атайым - минең батырым

Әсәй кеүек атай ҙа берәү генә. Ә минең яҡыным атай исемен лайыҡлы күтәргән иң көслө заттарҙың береһе. Арыҫлан йөрәкле атайымдың исеме лә есеменә тура килгән - Руслан атлы ул. Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ - һеңлем Ралина һәм мин үҫәбеҙ. Атайым сикһеҙ һөйөүенә сорнап, ел-ямғыр тейҙермәй, беҙҙе ҡурсалап ҡына тора. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышымы, башҡа төрлө ярҙам кәрәк булһа ғаилә исеменән гелән атайым йөрөй.#МойПапаМойГерой#СоветМужчинБашкортостана#gum_chekmagus

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәй кеүек атай ҙа берәү генә. Ә минең яҡыным атай исемен лайыҡлы күтәргән иң көслө заттарҙың береһе. Арыҫлан йөрәкле атайымдың исеме лә есеменә тура килгән - Руслан атлы ул. Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ - һеңлем Ралина һәм мин үҫәбеҙ. Атайым сикһеҙ һөйөүенә сорнап, ел-ямғыр тейҙермәй, беҙҙе ҡурсалап ҡына тора. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышымы, башҡа төрлө ярҙам кәрәк булһа ғаилә исеменән гелән атайым йөрөй.
Тиҫтерҙәрем араһында атай һөйөүен тоймай үҫкәндәр бик күп - тыумыштан атайһыҙ ҡалғандар, төрлө сәбәптәр арҡаһында ғәзиздәрен иртә юғалтҡандар, тере атайҙары булып та етем үҫә йәштәштәрем. Минең теләгем - ер йөҙөндәге барлыҡ сабыйҙар атайлы бала - арҡалы бала булып үҫһен.
Минең атайыма килгәндә ул ябай, етеҙ холоҡло, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Иң мөһиме - техника ярата. Беренсе кластан уҡ мотоциклда йөрөргә өйрәнгән, күп тә үтмәй машинаны ла "эйәрләгән". Бар донъяһын онотоп, иҫе китеп техника ремонтлай ул. Двигателдең тауышынан машинаның ниндәй ере ватылғанын шунда уҡ аңлай.Ҡыҙ тип тормай, мине лә үҙе менән алып йөрөтә, үҙе белгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй аңлата, өйрәтә бара. Әле кескенә булһам да атайымдан бик күп эштәр өйрәндем һәм ҡулымдан килгәнсе һәр ваҡыт уға ярҙам итергә тырышам.
Ҡыҙҙар атаһы булыу күңелдәрҙе нескәртә, иң батыр йөрәктәрҙе лә иретә, шуға ҡарамаҫтан минең атайымда көс, таҫыллыҡ бар. "Минең атайым - минең батырым", тип ғорурланып әйтәм!!!
Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының Саҡмағош ауылы гимназияһы муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһының 2-се Г класы уҡыусыһы Сәлихова Руфинаның иншаһы#МойПапаМойГерой#СоветМужчинБашкортостана
#gum_chekmagus
Читайте нас