Татар, башҡорт халҡында борондан туған-тумаса, ҡәрҙәш-ырыуға ҡарата ҡайғыртыусан мөнәсәбәт, тыуып-үҫкән еренә тәрән мөхәббәт йәшәгән. Матур тормошта йәшәү өлгөһөн әллә ҡайҙан – ситтән эҙләйһе юҡ. Ул беҙҙең аяҡлы тарихыбыҙ булған, олатай-өләсәйҙәрҙә, әбей-бабаларыбыҙҙа. Уларҙың мираҫын, тәрбиәһен быуындан-быуынга тапшырыу – беҙҙең бурыс. “Һәр кеше үҙенең ете бабаһын белергә тейеш, – тигән боронғолар. – шул ваҡытта ғына кеше тыуған иленең, үҙ халҡының үткәнен яҡшы белә”.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Үрге Йәркәйҙәге беренсе балалар баҡсаһында, ололар төркөмөндә (тәрбиәселәре Р.Амануллина, А.Яхина) “Минең шәжәрәм” тип исемләнгән байрам уҙҙы. Сарала балалар әүҙем ҡатнашып, ата-әсәләре, өләсәт-олатайҙры менән бергәләп, үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөп алып килде. Уларҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолдо, әңгәмәләр үткәрелде. Сабыйҙар өсөн байрам фәһемле, файҙалы һәм ҡызыҡлы булды.