Туймазыла нәфис гимнастика буйынса «Беренсе умырзаялар» тип исемләнгән беренселек үтте. Унда барлығы 160 гимнастка ҡатнашты.
Тренер-уҡытыусы Любовь Шәрәфетдинова етәкселегендәге балалар спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шәхси программа буйынса һәм төркөмдә лайыҡлы сығыш яһаны.
Икенсе өлкәндәр разряды программаһы буйынса шәхси беренселектә Риана Нурккаева чемпион исеменә лайыҡ булды.
Милана Троицкая, Азалия Мостафина, Азалия Михайлова, Рената Ғәлиева, Амелия Бәҙретдинова, спорт мастерлығына кандидат программаһы буйынса төркөмдә сығыш яһап, беренсе урынды яуланылар.
Әлиә Ғәзизова, Камилла Баҡаева, Анастасия Токарева, Аделина Шәйхелисламова, Әминә Сәфәрова, Амалия Хисаметдинова беренсе разряд программаһы буйынса төркөмдә сығыш яһап, шулай уҡ еңеүсе булдылар.
Нәфис ҡыҙҙарыбыҙҙы һәм уларҙың тренеры Любовь Шәрәфетдинованы ҙур уңыштары менән тәбрикләйбеҙ һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.