САРМАНАЙ
-2 °С
Ясно
Төрлөһөнән
5 Апреля 2021, 16:08

Ярыштан – маҡтаулы икенсе урын яулап

29 март–2 апрель көндәрендә Ҡазан ҡалаһында 2013 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында шайбалы хоккей буйынса “ALGA CUP” асыҡ турниры үтте. Саҡмағоштоң “Ястребы” командаһы хоккейсылары унда лайыҡлы уйын күрһәтеп, көмөш миҙалдар эйәләре булдылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
29 март–2 апрель көндәрендә Ҡазан ҡалаһында 2013 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында шайбалы хоккей буйынса “ALGA CUP” асыҡ турниры үтте. Саҡмағоштоң “Ястребы” командаһы хоккейсылары унда лайыҡлы уйын күрһәтеп, көмөш миҙалдар эйәләре булдылар.
Йәш уйынсыларҙың почетлы икенсе урынды яулауында тренер-уҡытыусы Азат Илшат улы Мәжитовтың хеҙмәт өлөшө айырыуса ҙур. Биш көн дауам иткән ярыштарҙа якташтарыбыҙ бер генә матчта ла еңелмәне, Ҡазандың “Аҡ Барс-1” һәм “Аҡ Барс-2”, “Динамо”, Тольяттиҙың “Лада”, Мәскәүҙең “Снежные барсы”, Новосибирск ҡалаһының “Титан”, Санкт-Петербургтың “Невский район”, “Динамо”, “СШОР-1”, Саратовтың “Кристалл”, Силәбе ҡалаһының “Старт” командалары менән көс һынашып, үҙҙәрен көслө уйынсылар итеп таныттылар. Бары тик финалда ғына хужаларҙың “Аҡ Барс-1” командаһы уйынсылары уларҙан берни ҡәҙәр өҫтөнлөк алды.
“Ястребы” командаһының йәш хоккейсыларын, тренерҙар штабын һәм көйәрмәндәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм бары тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас