САРМАНАЙ
-4 °С
Ясно
Төрлөһөнән
31 Марта 2021, 10:41

ЯР БУЙЫН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ ӨСӨН

Дүртөйлө районы мәҙәниәт йортонда Кесе ҡалалар үҫеше институты ярҙамында ҡаланың Ағиҙел йылғаһы яры киләсәге темаһына дөйөм ҡала фекер алышыуы булды. Сараға проектты эшләүселәр һәм ҡаланың киләсәк тормышынабитараф булмаған граждандары йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дүртөйлө районы мәҙәниәт йортонда Кесе ҡалалар үҫеше институты ярҙамында ҡаланың Ағиҙел йылғаһы яры киләсәге темаһына дөйөм ҡала фекер алышыуы булды. Сараға проектты эшләүселәр һәм ҡаланың киләсәк тормышынабитараф булмаған граждандары йыйылды. Проект Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн әҙерләнә. Еңеп сыҡҡан осраҡта, яр буйын төҙөкләндереү өсөн ҡала финанс яҡтан тәьмин ителәсәк. Архитекторҙар халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң төҙөгән эскиздарын тәҡдим иттеләр. Унда яр буйында ял итеү зоналары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.
Читайте нас