САРМАНАЙ
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
30 Марта 2021, 06:11

Алыҫтағы яҡын ҡәрендәштәр

Милли үҙәктәВладивосток ҡалаһында "Дуҫлыҡ" татар-башҡорт ижтимағи ойошмаһы Нерчинская урамындағы 40-нсы йортта урынлашҡан татар-башҡорт милли музей-үҙәктә РФ Президентының "Этно-музей татарской и башкирской культуры и традиции" грантын үҙләштереү буйынса эшен дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли үҙәктә
Владивосток ҡалаһында "Дуҫлыҡ" татар-башҡорт ижтимағи ойошмаһы Нерчинская урамындағы 40-нсы йортта урынлашҡан татар-башҡорт милли музей-үҙәктә РФ Президентының "Этно-музей татарской и башкирской культуры и традиции" грантын үҙләштереү буйынса эшен дауам итә. Календарь-планда ҡаралған экскурсиянан һуң музыкаль-әҙәби кисәләр ойошторола. Һуңғыһында Нәфисә Попова башҡорт бейеүҙәре, ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнау элементтары менән таныштырҙы. Владивосток Думаһы депутаты Таһир Ибашев Муса Йәлилдең "Палачҡа", "Ҡыҙыл ромашка" шиғырҙарын уҡыны. Һәр сара традиция буйынса милли риҙыҡтарҙы ауыҙ итеп, сәй эсеү менән тамамлана.
Читайте нас