Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы проект асты— башҡорт ырыуҙары съезы. Тәүге осрашыу «Ырыуҙар ағасы» фольклор фестивале ҡыҫаларында Борай районында уҙҙы. Йылан ырыуына бағышланған сара 2-нсе апрелдә Дүртөйлө районында буласаҡ. Ошо ваҡиға айҡанлы район хакимиәтендә ултырыш булды.