САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
29 Марта 2021, 11:52

Баш ҡалаға сәйәхәт

Район мәктәптәренең муниципаль олимпиадаларында еңеүселәре һәм призерҙары, спортсылары һәм активисттары Өфө ҡалаһына барҙы. Улар унда «Интеллектус» ҡыҙыҡлы фәндәр музейында булды. Бында барлыҡ экспонтарҙы ла тотоп ҡарарға, өйрәнергә мөмкин. Артабан улар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Салауат тоҡомдары сигенмәйҙәр” спектакленең премьераһын ҡараны. Спектакль генерал Миңлеғәли Шәйморатов иҫтәлегенә бағышланып, документаль сығанаҡтарға нигеҙләнгән. Балалар үҙ тарихын белергә, күҙаллауҙарын киңәйтергә тейешлеген яҡшы аңлап, тамашаны ҙур иғтибар менән ҡараны.Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре был сәфәрҙе ойоштороуҙа финанс ярҙамы күрһәткән өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, «Башкирия» ресторанында тәмле аш ойошторған өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Олег Калининга ҙур рәхмәт белдерҙе.Баш ҡалаға сәйәхәт ҡыҙыҡлы, файҙалы булды һәм бик күп уңай хис-тойғолар ҡалдырҙы. Уҡыусыларҙы район балалар ижад үҙәге уҡытыусылары Лиана Уҙаманова, Гүзәл Солтанова, Гөлназ Ҡаҙраева, Рәлиә Мосабирова оҙатып йөрөнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район мәктәптәренең муниципаль олимпиадаларында еңеүселәре һәм призерҙары, спортсылары һәм активисттары Өфө ҡалаһына барҙы. Улар унда «Интеллектус» ҡыҙыҡлы фәндәр музейында булды. Бында барлыҡ экспонтарҙы ла тотоп ҡарарға, өйрәнергә мөмкин.
Артабан улар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Салауат тоҡомдары сигенмәйҙәр” спектакленең премьераһын ҡараны. Спектакль генерал Миңлеғәли Шәйморатов иҫтәлегенә бағышланып, документаль сығанаҡтарға нигеҙләнгән. Балалар үҙ тарихын белергә, күҙаллауҙарын киңәйтергә тейешлеген яҡшы аңлап, тамашаны ҙур иғтибар менән ҡараны.
Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре был сәфәрҙе ойоштороуҙа финанс ярҙамы күрһәткән өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, «Башкирия» ресторанында тәмле аш ойошторған өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Олег Калининга ҙур рәхмәт белдерҙе.
Баш ҡалаға сәйәхәт ҡыҙыҡлы, файҙалы булды һәм бик күп уңай хис-тойғолар ҡалдырҙы. Уҡыусыларҙы район балалар ижад үҙәге уҡытыусылары Лиана Уҙаманова, Гүзәл Солтанова, Гөлназ Ҡаҙраева, Рәлиә Мосабирова оҙатып йөрөнө.
Читайте нас