Бөгөнгө көндә һәр рәсәйленен ГТО нормативтарың үтәү мөмкинлеге бар. Был йәһәттән беҙҙен район да ситтә ҡалмай. Үткән йылда Валентин Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ГТО майҙансығы булдырылды. Тест үткәреү үҙәге өсөн 315 мең һумлыҡ спорт йыһаздары һатып алынды.