Тыумышы менән Ҡаратәкә ауылынан булған юбилярҙың ғүмер юлы Казарма ауылында үтә. Һуғышта һәләк булып ҡалған атайһыҙ ҡыҙ бала Кушнаренко педагогия училищеһын тамалай. Бик ауырға тура килһә лә, әсәһе уны уҡытырға тырыша. Йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып эш башлай, шунда уҡ Әхмәт Әхмәтйәнов та эшләй. Әхмәт беренсе төркөм инвалиды булһа ла, йәштәр араһында хистәр уяна һәм 1950 йылда улар ғаилә ҡора. Балалар үҫтереп, донъя көтөп, мал-тыуар үрсетеп йәшәй улар. Тик ғаилә башлығының ғына ғүмере оҙон булмай - йәшләй мәрхүм булып ҡуя.