Имәнлеҡул ауыл советы Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында өс йыл рәттән еңеп сығып, ауыл биләмәһе территорияһында күп кенә эштәрҙе яйға һалыуға иреште. Быйыл да ауыл Советы хәкимиәте етәкселеге халыҡ менән кәңәшләшеп, берҙәм фекергә килде. Беҙҙең ауыл ерлегендә эштәр башҡарыу өсөн иң кәрәк әйбер – ул техника, тип килешенде. Сөнки йәй етһә ауыл тирә-яҡтарындағы, юл буйҙарындағы үләнде сабыу, ҡыш етһә ҡар эттереүҙе лә техникаһыҙ башҡарып сығыу бик еңел түгел. Эпидемиологик хәл ҡатмарлыраҡ булған ваҡытҡа тура килеүгә ҡарамаҫтан, онлайн аша булһа ла һәм аҙ халыҡ ҡатнашлығында бер нисә тапҡыр йыйылыштар үткәреп, шулай уҡ үҙ сикләнеү режимы шарттарында халыҡ араһында анкеталаштырыу ойоштороп та уртаҡ фекер-уйға килдек. Имәнлеҡул биләмәһенә ҡараған ауылдарыбыҙ тағы ла күркәмрәк булһын тигән ниәтебеҙ тормошҡа ашып, “МТЗ 82.1-23” тракторын алыуға ирешеп булһа, бик шат булыр инек.
2021 йылда Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһын тормошҡа ашырыуға әҙерлек 2020 йылдың октябрендә башланды. Ауыл Советы биләмәһендә эшсәнлек алып барған яуаплылығы сикләнгән “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы” йәмғиәтенең генераль директоры Вадим Васильевич Соколов ауыл халҡының әүҙем булуын хуплап, иғәнәселек ярҙамы күрһәтергә ризалык бирде.
Ауыл балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй ауылдаштарыбыҙ ошо хаҡта һүрәттәр төшөрөп, рәсемдәр күргәҙмәһе әҙерләнеләр. Шулай уҡ балалар араһында “Техника – заман талабы” флешмобы үткәрелде.