САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
26 Февраля 2021, 07:15

Дәүерҙәр бәйләнеше

Район мәҙәниәт йортонда «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә фольклор буйынса «Ата-бабалар мираҫы» төбәк семинары үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район мәҙәниәт йортонда «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә фольклор буйынса «Ата-бабалар мираҫы» төбәк семинары үтте. Унда республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Учреждениеның иркен фойеһында декоратив-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо, шунда уҡ башҡорт этнойорто менән танышыу мөмкинлеге бар ине. Семинарҙың теоретик өлөшө мәҙәниәт йортоноң паркет залында үтте, унда башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенән тематик мөйөштәр асылған. Сара программаһы бай йөкмәткеле булды. Төшкө ашҡа ҡәҙәр семинарҙа ҡатнашыусылар төрлө темаларға сығыштар тыңланы. БР Архив фондының документтарҙан файҙаланыу hәм баҫтырыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин милли архивтың генеалогик сығанаҡтары тураһында һөйләне. Тарих фәндәре кандидаты, «БР тыуған яҡты өйрәнүселәр йәмиғиәте» төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Марат Зөлҡәрнәев «Башархив.РФ» сайтының презентацияһын еткерҙе. Семинарҙа шулай уҡ «Башҡорттарҙың традицион ир-егеттәр өҫ кейеме» темаһы буйынса республика Халык ижады үҙәгенең традицион уйындар буйынса методисы Юлай Ғәлиуллин сығыш яһаны. «Тамға» ижад берләшмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснованың темаһы — «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өс кейемдәрендә орнаменттар», тыуған яҡты өйрәнеүсе, тәржемәсе, «Хаят Исмаил» музыкаль төркөмө етәксеһе Альберт Исмаилдыкы — «Шәжәрә төҙөү” ине. Семинарҙың икенсе өлөшөндә Халык-ара конкурс призеры Гөлнара Шафиҡова hәм «Тамға» ижад берләшмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснованың «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫ кейемдәрендә орнаменттар» темаһына төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының традицион костюм, баш кейеме, күкрәксә элементтарын әҙерләү буйынса мастер-кластар булды. Спорт залында педагог Юлай Ғәлиуллин традицион йәйәнән атыу буйынса мастер-класс үткәрҙе. ҺҮҘ – САРА ҠУНАҠТАРЫНА Марат ЗӨЛҠӘРНӘЕВ: –Бөгөн Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте яҡлауында эшләйбеҙ. Сара үҙ төбәгенең тарихы hәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бик әһәмиәтле. Дүртөйлө районы үҙенең күп милләтлелеге менән уникаль. Ул беҙҙең республиканың моделе кеүек. Бында беҙ халыҡтарҙың уртак тарихы тураһында һөйләшәбеҙ. Зөлфәр ҒӘТИӘТУЛЛИН: — Беҙҙең архивта үҙеңдең нәсел ағасыңды төҙөгәндә файҙалана алырлыҡ ҙур документтар корпусы тупланды. Был, тәү сиратта, ревизия яҙмалары (ревизские сказки – төрлө йылдарҙа халыҡ һаны-иҫәбен алыу материалдары), мәсеттәр hәм сиркәүҙәр китаптары, йорт хужалыҡтары исемлектәре. Әгәр үҙеңдең ата-бабаларың, туғандарың тураһында етерлек мәғлүмәттәр алырға теләйһең икән, башҡорт ғәскәрҙәренең формуляр исемлектәренән файҙаланырға була. 1798-1865 йылдарҙа башҡорттар hәм мишәрҙәр, хәрби хеҙмәт үтеүсе ҡатлам булараҡ, үҙ иҫәптәренә хәрби хеҙмәт үтергә тейеш булған. Тап бына уларға ошо исемлектәр төҙөлгән, унда ҡайһы йылдарҙа ниндәй походтарҙа ҡатнашыуҙары күрһәтелгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһындағы материалдар айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Ирек ӘХМӘҘИЕВ, республика Халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара hәм халык- ара хеҙмәттәшлек бүлеге методисы: – Бындай сараларҙы даими үткәрергә тырышабыҙ һәм республикала ғына ла түгел, бәлки башҡа төбәктәрҙә лә. Свердловск өлкәһендә тиҙҙән шундый осрашыу көтә. Альберт ИСМАИЛ: – Шәхсән минең эшсәнлегемә килгәндә, шәжәрәләр төҙөү менән шөғөлләнәм. Ғәрәп графикаһындағы метрикаларҙы кириллицаға күсерәм. Латин графикаһы менән эшләйем. «Тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге» коммерциялы булмаған автоном ойошмаһының төбәк вәкиле булып торам, шәжәрәпроекттарҙа ҡатнашам.
Читайте нас