САРМАНАЙ
-4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
25 Февраля 2021, 13:20

Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы

24 февралҙә Саҡмағош гимназияһы “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!” тип исемләнгән Берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнөнә ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
24 февралҙә Саҡмағош гимназияһы “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!” тип исемләнгән Берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнөнә ҡушылды.
Был көндө бөтә синыфтарҙа ла сәләмәтлек дәрестәре үтте. Улар барышында “Кеше тормошонда витаминдар”, “Риҙығыбыҙ нимәнән тора?”, “Дөрөҫ меню” һәм башҡа темалар тикшерелде. Башланғыс синыфтар уҡыусылары “Минең яратҡан риҙыҡтарым” темаһына һүрәттәр күргәҙмәләре ойошторҙо. Ашханаға инеү юлында уҡыусылар өсөн файҙалы мәғлүмәттәргә бай булған “Туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе” тип исемләнгән стенд урынлаштырылды.
Ошо уҡ көндө “Риҙыҡҡа билдә ҡуй” акцияһы ла үтте. Ата-әсәләр мәктәп ашханаһында иртәнге һәм төшкө аштарҙы тәмләп ҡараны. Улар бында әҙерләнгән ризыҡтың юғары сифатлы булыуын билдәләне һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы еткереп, уларға яуаптар алдылар.
Саҡмағош үҙәк дауаханаһы педиатры Дилбәр Рим ҡыҙы Вәлишева 2нсе синыф уҡыусылары менән дөрөҫ туҡланыу тураһында әңгәмә үткәрде. Тәбибә риҙыҡның күп төрлө, йәшелсә һәм емештәргә бай һәм, әлбиттә, йылы булырға тейешлеген аңлатты. Педиатр һәр бала көн дә мотлаҡ рәүештә беренсе блюдолар (төрлө аштар, шулпа) ашарға тейешлеге тураһында һөйләне, шыйыҡ шулпаларҙың аҙыҡты эшкәртеүгә булышлыҡ итеүсе ашҡаҙаны һуты бүленеп сығыуына булышлыҡ итеүен, аппетитты уятыуын, гастрит, колит кеүек һәм башҡа ашҡаҙаны-эсәк тракты авырыуҙарын киҫәтергә ярҙам итеүе тураһында аныҡланы.
Берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә дистанцион форматта ата-әсәләр йыйылыштары ла үтте. 5-7 синыфтарҙа был йыйылыштар үҫмерҙәрҙең йорттан тыш туҡланыуы, 1-4 синыфтарҙа кескәй йәштәге уҡыусыларҙың туҡланыу режимы, 8-11 синыфтарҙа өлкән синыф уҡыусыларының рациональ туҡланыуын ойоштороу тураһында һүҙ барҙы.
Читайте нас