25 февраль – Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы көнө. Ул 2002 йылдан алып билдәләнә. Саҡмағош беренсе һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар флагтың ғәмәлғә индерелеү тарихы менән танышты.
Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ – азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы.
Дәүләт флагы – республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибут. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле – илдең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларыбыҙҙың юлдашы булып тора.