Рәсәйҙә йыл һайын 15 февралҙә Ватандан ситтә хәрби бурысын үтәгән рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көне билдәләнә. Ошо дата алдынан Саҡмағош районының Әфған һуғышы яугирҙәре ойошмаһы ағҙалары ил етәкселеге бойороғон үтәп илебеҙ сиктәренән тыш барған ҡанлы алыш ҡырҙарында, мәңгелеккә 18-20 йәшлек булып ятып ҡалған райондаштарыбыҙҙы иҫкә ала, туған ауылдарында улар ерләнгән зираттарҙа була, ҡәберҙәренә сәскәләр һала, ошо хеҙмәттәштәренең яҡындары менән аралаша, урындағы мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа була.
Был күркәм традиция быйыл да дауам итте. Күптән түгел яугирҙәр Рапат ауылында булып, Әфғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләҡ булған Исмәғил Сәләхетдиновтың ҡәберенә сәскәләр һалдылар һәм уны хөрмәтләп, хәрби салют менән иҫкә алдылар. Сарала ауыл хәкимиәте башлығы Радим Латипов та ҡатнашты. Бынан тыш, яугирҙәр Рапат ауылы мәҙәниәт йорты паркында былтыр ғына урынлаштырылған Һуғышсы-интернационалсылар мемориалына ла сәскәләр һалдылар һәм был ғәмәл дә йыл һайын башҡарыла торған күркәм традицияға әүерелер тигән ышаныс белдерҙеләр. Артабан осрашыу ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре әҙерләгән концерт программаһы менән дауам итте һәм сәй табыны артында тамамланды.
Мәғлүмәт һәм фотолар “Бәйләнештәге” социаль селтәренең “Рапат яңылыҡтары” сәхифәһенән алынды.