"Арғымаҡ" ат-спорт комплексы тулыланды: башҡорт тоҡомло ун бер йылҡы малы ҡайтарылды. Бында бөтәһе 54 ат бар. Улар башҡорт, саф тоҡомло инглиз, рус, американ, француз тоҡомло юртаҡтар, шулай уҡ пониҙар бар.
Башҡорт тоҡомло алты атты беҙ "Терра-Башкирия" ярыштарында ҡатнашыу өсөн әҙерләйбеҙ, - ти комплекс директоры Илшат Мәхмүтов. – Элекке ярыштарҙа беҙҙекеләр финалға сыға алды. Быйыл беҙ үҙебеҙгә юғарыраҡ планка – ошо ярыштарҙа еңергә тигән маҡсат ҡуябыҙ. Фотоларҙа:"Арғымаҡ" ат- спорт комплексы директоры Илшат Мәхмүтов.
Ат-спорт комплексында тәрбиәләнеүселәр.