Үрге Йәркәйҙәге санғы юлында балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙәң физик әҙерлеге клубы директоры Рәфис Әйәров иҫтәлегенә саңгы ярышы уҙҙы. Унда Илеш, Баҡалы, Дүртөйлө, Саҡмағош, Кушнаренко райондарынан 100-ҙән артыҡ саңғысы ҡатнашты. Иң кескәй саңғысыға – 7, иң өлкәненә 72 йәш ине.