САРМАНАЙ
0 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Февраля 2021, 13:28

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы дауам итә

Ғинуар айы ахырында беҙҙең Саҡмағош районында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” һөнәри конкурсының муниципаль этабы старт алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғинуар айы ахырында беҙҙең Саҡмағош районында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2021” һөнәри конкурсының муниципаль этабы старт алды. Быйыл был сарала район мәктәптәрендә хеҙмәт һалыусы 12 педагог ҡатнаша.
Конкурс ике этаптан тора – бер ситтән тороп ҡатнашыу туры һәм йәнә өс ғамәли тур үткәрелә. Беренсе этапта конкурсанттар “Интернет-ресурс” һәм “Педагогтар кейсы” һынауын үтте. Икенсе, ғамәли тур сиктәрендә улар “Уҡытыусы-профи” (асыҡ дәрес биреү), “Уҡытыусы-мастер” (оҫталыҡ сәғәтен үткәреү) һәм “Уҡытыусы-лидер” (лекция һәм “Түңәрәк өҫтәл” ойоштороу) һынауҙарын үтә.
26-28 ғинуар көндәрендә тәүге конкурс һынауы – беренсе ғамәли тур дәрестәре үтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы педагогтар Рапат, Ҡалмашбаш һәм Саҡмағош беренсе урта мәктәптәрендә үҙҙәре белем биргән фәндәр буйынса асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. 2 февралҙә иһә конкурсанттар Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә икенсе турҙың икенсе – “Уҡытыусы-мастер” һынауын үтеп, жюри иғтибарына оҫталыҡ сәғәтен тәҡдим иттеләр. Конкурста ҡатнашҡан педагогтар белем биргән уҡыу фәне буйынса заманса технологик мөмкинлектәрҙе файҙаланып үҙҙәре һайлап алған теманы астылар һәм эш тәжрибәләре менән уртаҡлашканан һуң жюри ағзаларының һәм залда ултырған хеҙмәттәштәренең һорауҙарына яуап бирҙеләр. Был һынауҙы үткәндә уларға бергә эшләгән коллегалары ла ярҙам итеп, рухи көс биреп торҙо.
Читайте нас