САРМАНАЙ
0 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Февраля 2021, 08:50

Оҫта ҡуллы Шамил

Иҫәнбай ауылында уҙған бер байрамда төбәктә йәшәүсе оҫталар ҡулдары менән эшләнгән техника төрҙәре күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәнбай ауылында уҙған бер байрамда төбәктә йәшәүсе оҫталар ҡулдары менән эшләнгән техника төрҙәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Айырыуса заводтан яңы ғына сыҡҡан кеүек буяҙары ялтырап торған мини-трактор күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Әлеге техниканы Иҫәнбай ауылында йәшәүсе Шамил Хажиәхмәтов үҙ ҡулдары менән йыйған. Шамил Иҫәнбай ауылында Маһира һәм Хәниф Хажиәхмәтовтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бала саҡтан ата-әсәһенә йорт эштәрендә булышып, хеҙмәт тәрбиәһендә үҫә. 7 класты тамамлағас, йәйге каникул ваҡытында урып-йыйыу осоронда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Бәләкәйҙән техника араһында соҡонорға яратҡан егет Иҫәнбай урта мәктәбенән һуң Үрге Йәркәйҙәге һөнәри училищеға юллана. Бында тракторсы-водитель һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом ала. 1985 йылда тыуған ауылына Өфө ҡалаһынан өләсәһе янына ҡайтып йөрөүсе Гүзәл менән ғаилә усағы ҡабыҙалар. Улар 1987 йылда ситкә сығып китеп, Яңы Уренгой ҡалаһына барып урынлашалар. Техниканы яҡшы белгән Шамил күперҙәр төҙөү һәм ремонтлау идаралығында тракторсы булып эшләй башлай. Уға төрлө маркалағы техника төрҙәрендә эшләргә тура килеп, яңы күперҙәр төҙөүҙә, уларҙы ремонтлауҙа фиҙаҡәр көс түгә. Бында намыҫлы хеҙмәт һалып, лайыҡлы ялға сыға. Нисек кенә булмаһын, ауыл үҙенә тарта һәм Хажиәхмәтовтар Иҫәнбайға ҡайтып төпләнә. Ауылда үҙ көстәре менән күркәм йорт тергеҙеп инә. Бер ҙә тик торорға яратмаған Шамил Хәниф улы төрлө техника эшләү менән мәшғүл була башлай. Уның хужалығында ике тиҫтәнән артыҡ үҙе яһаған техника һәм ҡоролма иҫәпләнә. Мәсәлән, уҙған йылда эшләгән гидравлик утын ярғыс, ҡыш көнө ҡар эттереү өсөн яйланма һ.б. ауыл ерендә иң кәрәкле көнкүреш ҡорамалдарының береһе булып тора. Өҫтәүенә, тышта урынлашҡан 2,5 метр тәрәнлектәге баҙға төшөү өсөн «лифт» эшләгән. Ауылдаштарына ла һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: оҫтаның үҙ ҡулдары менән яһалған техникаһы һис кенә лә заводтыҡынан ҡалышмай, буяуҙарын һәр саҡ яңыртып, шөрөптәрен нығытып, даими рәүештә ҡарап ҡына йөрөтә. —Тормош иптәшем Гүзәл менән 35 йыл татыу ғүмер кисерәбеҙ. Һәр башланғысымды ул хуплап, дәртләндереп тора. Өҫтәүенә дүрт йәшлек ейәнсәрем Владимир төрлө техника эшләргә «заказ» биреп кенә тора. Уның менән бергә уйлап эшләйбеҙ, ул һәр ваҡыт янымда, — ти Шамил Хәниф улы.
Читайте нас