— Ветеринарҙың эшсәнлеге хайуандарҙы дауалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҙур ихтимал, төп урынды профилактик эштәр алып тора. Ә был ветеринариясанитария контролен, шул иҫәптән прививкалар яһауҙы күҙ уңында тота.“Еникеев” ауыл хужалығы предприятиеһының баш ветеринария врачы Радик Фәрхетдинов шулай тип әйтә. Уның һүҙҙәренә өҫтәп, төбәктә имен эпизоотик хәлде һаҡлау күпселек осраҡта ветеринарҙарға бәйле, тип әйтергә мөмкин. Ветеринарияла осраҡлы кешеләр булмай. Бында ул күңел ҡушыуы буйынса килгән. Күп коллегалары кеүек үк, хәрби-ялан ветеринарияһына нигеҙ һалған Сергей Евсеенконың: “Кешелек медицинаһы кешене һаҡлай, ветеринария медицинаһы кешелекте һаҡлай”, – тигән һүҙҙәрен ҡабатларға ярата.
Радик – рус теле уҡытыусыһы – һуғышта ҡатнашҡан Әсғәт Фәррәхетдин улы Фәрхетдиновтың улы, шулай уҡ филолог булырға теләгән. Ул һөнәрҙән журналистикаға – бер аҙым. Ихтимал, яҙыусылыҡ юлынан да китә алған булыр ине. Таланты бар уның. Ҡасандыр яҙмалары баҫылып та сыҡты. Хәҙер ҙә юҡ-юҡта, ҡайһы саҡта яҙыштыра. Йышыраҡ үҙе өсөн. Әсәһе Рауза Зиннәт ҡыҙы Фәрхетдинова химия һәм биология фәндәренән уҡытҡан. Бәлки әсәһенең гендары өҫтөнлөк алғандыр. Һәм ул әлеге фәндәрҙән ныҡлы белем талап ителгән ветеринария врачы һөнәрен һайлаған. Унан һуң хайуандарҙы ла яратҡан, йортта ата-әсәһенә булышҡан, йыш ҡына колхоздың терлекселек фермаларында булған: ул саҡта мәктәп коллективы хужалыҡтың теге йәки был участогын шефлыҡҡа ала ине.
Уҡытыусы-директорҙарҙы билдәле бер ваҡыт һайын бер мәктәптән икенсеһенә күсереп йөрөткән замандар бар ине. Күп һанлы күсенеүҙәрҙән һуң Фәрхетдиновтар ғаиләһе Айыуҡаш аулында төпләнә. Атаһы-әсәһе ал-ял белмәй Өсбүлә мәктәбендә эшләй. Шунда 8 синыф тамамлап, урта белемде Радик Дүртөйлө беренсе урта мәктәбендә ала. Астрахань өлкәһендә Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға керә. Диплом алғас, Киров исемендәге, шунан һуң Калинин исемендәге колхоздарҙа ветврач булып эшләй. Семинарҙарға килеп йөрөгәндә Карл Маркс исемендәге хужалыҡты үҙ итә.
“АЙБОЛИТ” СТУДЕНТ ОТРЯДЫНАН
Тормошон ауыл хужалығы ветеринарияһына бағышлаясағы тураһында ул “Айболит” студент отрядында тәүге практикала уҡ аңлай. Райондар буйынса йөрөйҙәр. Дүртөйлө, Баҡалы райондарында булалар. Удмуртияға баралар. Үҙҙәренең производство лабораторияһында магнит зонды эшләйҙәр, уның ярҙамында малдың ашҡаҙанынан осраклы эләккән метал әйберҙәрҙе сығаралар.
Хыялдар тормошҡа аша. Тиҙҙән уны үҙе эшләргә теләгән хужалыҡҡа саҡыралар. Хәҙер ул уның элекке етәксеһе Рифхәт Еникеев исемен йөрөтә. Шул саҡтағы баш зоотехник Рәүф Ибраһимов һәм баш ветеринария врачы Әфләх Мөхәмәтдинов кеүек өлкән иптәш-оҫтаҙдарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Иҫке Солтанбәк ауылында төпләнә, 2000 йылдан бирле – баш ветеринария врачы. Яҡшы эшләгәне өсөн КПСС райкомы ваҡытынан бирле уға күп тапҡырҙар Почет грамоталары тапшырылған. 2014 йылда “За вклад в развитие ветеринарии” тигән маҡтау билдәһенә, агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 2015 йылда РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәтенә лайыҡ була. Күптән түгел уға Башҡортостан Республикаһы ветеринария идараһының “За заслуги” миҙалын тапшырҙылар. Йәмәғәт эштәре менән актив шөғөлләнә. Өсөнсө тапҡыр рәттән Тәкәрлек ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Дәүләт Думаһы депутаты булдырған “За воспитание молодежи” миҙалына эйә.
ЙӘНӘ ПРОФИЛАКТИКА ТУРАҺЫНДА
— Барыһынан да мөһимрәге – йәш үрсем быҙауҙарҙың һаҡланышы, – тип дауам итә Радик Әсхәт улы. – Йәш малдар – терлекселектең киләсәге. Шуныһы ҡыуаныслы, һыйыр малдарына иммунизация өсөн нәтижәле дарыуҙар барлыҡҡа килә. Комбовак – шундайҙарҙан. Хужалыҡ етәксеһе Азат Хаков бөтә яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, йыш ҡына кәрәкле препараттарҙы үҙе алып ҡайта. Ғүмер буйы өйрән, тиҙәр. Ветеринария бер урында ғына тормай. 2017 йылдың апрелендә Өфөлә үткән “Единый мир – единое здоровье” VII Халыҡара ветеринария конгресында райондың баш ветврачы Илдар Ҡазиханов саҡырыуы буйынса ҡатнашып, Радик Фәрхетдинов яҡшы тәьҫораттар алған һәм белемен камилләштергән. - Диагноз ҡуйыуы ауырмы: кеше үҙенең аурыуы тураһын- да табибҡа һөйләй, ә хайуандарҙың теле юҡ бит? – тигән һорауға Радик Әсхәт улы былай яуап бирҙе: –Белем, башҡаса әйткәндә, теория практика менән берләшергә тейеш. Ветеринария врачына симптоматика менән бәйләнештә малдарҙың үҙен тотошон тәрәнтен аңлау мөһим. Шик тыуғанда, лаборатория анализдары ярҙамға килә. Был көндәрҙә Радик Фәрхетдинов тормош юлындағы сираттағы иҫтәлекле байрамын билдәләй. Ғүмер юлдашы, китап сауҙаһы системаһында эшләгән Фәнзиә Әнәс ҡыҙы менән улар ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп туя алмайҙар.