«Башнефть-Добыча» «Башнефть» йәмғиәтенең углеводород сеймалын разведкалау һәм сығарыу буйынса төп операторы үҙе эш алып барған төбәктә – Башҡортостанда ылыҫлы урмандар ултыртыу буйынса масштаблы акцияға йомғаҡ яһаны. Уҙған йылда предприятие республикала 60 гектарҙан ашыу ылыҫлы йәш урман ултыртты. Өҫтәүенә, башҡорт нефтселәре тарафынан ултыртылған майҙандарзың дүрттән бере, күпмелер өлөшө Дүртөйлө ерҙәрендә булған айырыуса һаҡлана торған тәбиғи территорияларға тура килде. Айырым алғанда, Әбйәлил районында проектланыусы «Ҡырҡты» тәбиғәт паркы территорияһында 34 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Был – уникаль булыуы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан билдәләнгән үҙенсәлекле ландшафтты һаҡлауға предприятиеның ҡулдан килгәнсә өлөш индереүе. Нефтселәр компанияһы Бөрө зоология заказнигында тағы ла 18 мең шыршы үҫентеһе ултыртты. Бөрө, Дүртөйлө, Борай, Мишкә райондары киҫелешендә урынлашҡан заказник территорияһында бер үк ваҡытта Европа һәм Себер тибындагы фаунаның 400 гә яҡын төрө йәшәүе менән уникаль. Уларҙан Европа шәшкеһе, ләтсә һәм бер нисә төр ҡоштар Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына керетелгән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла һирәк булған балыҡ ашаусы йыртҡыс ҡош – аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө махсус һаҡлау объекты булып тора. Был – зоология заказнигының һирәк йәшәүсеһе, Европала ҙурлығы буйынса дүртенсе урында. Өлкәндәренең ҡанат ҡоласы – 2-2,5 метр. Нефтселәр Ағиҙел йылғаһының уң ярында ултыртҡан йәш шыршы полосаһын бер нисә тиҫтә йылдан һуң япраҡлы бейек урман ҡаплаясаҡ. Был — аҡ ҡойроҡло бөркөттәр оя ҡора торған урын. Ул эре ҡарсыға ҡоштары бала сығарған ваҡытта уларҙы ҡурҡыу йәки борсоу факторҙарынан һаҡлаясаҡ. Бынан тыш, ылыҫлы урман участогы, ваҡ имеҙеүселәр популяцияһын арттырыуға ярҙам итеүсе фактор булараҡ, һирәк йыртҡыстың аҙыҡ базаһын киңәйтәсәк. — Предприятие тарафынан ултыртыу өсөн һатып алынған материалдың сифаты бик юғары. Күренеүенсә, орлоҡтарҙы әҙерләү технологияларҙы ҡәтғи үтәү менән башҡарылған. Үҫентеләрҙе һайлауға бындай ентекле ҡараш һәм ултыртыу өсөн бүлеп бирелгән участкаларҙа барлыҡ ҡағиҙәләр теүәл үтәлеп башҡарылған әҙерлек ултыртылған ағастарҙың яҡшы үҫеп китеүен фаразларға мөмкинлек бирә, — Бөрө зоология заказнигы территорияһында ағастар ултыртыуҙа ҡатнашҡан Бөрө Һәм Яндыҙ участка урмансылыҡтары лесничийы Андрей Де- сяткин шулай тип билдәләп үтте. Ағастарҙың максималь үҫеп китеүенә ирешеү өсөн «Башнефть-Добыча» урман ресурстарын яңынан тергеҙеү өлкәһендә компетенцияларҙың киң даирәһенә эйә булған эксперттарҙы йәлеп итте. Урман тергеҙеү проекттарын эшләү ҡыҫаларында ултыртырға планлаштырылған һәр участканың тупраҡ һәм климат үҙенсәлектәренә төрлө яҡлап баһа бирелде, шулар нигеҙендә оптималь үҫеп китеүсәнлекте тәьмин итергә һәләтле ағас тоҡомдары билдәләнде. Өҫтәлмә рәүештә участкаларҙың фаунаһы һәм уның яңы ултыртылған орлоҡтарға йоғонтоһо тикшерелде. Айырым алғанда, шулар ярҙамында Бөрө, Балтас, Асҡын райондарында бары тик шыршылар ултыртылды. Компания әлеге территорияларҙа ҡарағайҙар ултыртыуҙан баш тартты, сөнки эксперттар был урындарҙа мышыларҙың күп һанлы популяцияһы булыуын күрһәтте. Ике-өс йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре мышылар өсөн тәмле риҙыҡ булып тора, ә бына шыршы үҫентеләрен улар аҙыҡ сифатында ҡабул итмәй. — Ағас хәҙерләү маҡсатынан ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыу урындары япраҡлы тоҡомдар менән бик тиҙ каплана. Шуның хисабына республикала ылыҫлы урмандар биләгән майҙандарҙың кәмеүе һәм япраҡлы тоҡомдар менән ҡапланған майҙандарҙың артыуы күҙәтелә. Шуға күрә ылыҫлы урмандарҙы арттырыу буйынса көс һалыу, әлбиттә, бик мөһим бурыс, – тип билдәләп үтте биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге биология институты директоры Василий Мартыненко. Киләһе йылда «БашнефтьДобыча» үҙе эшсәнлек йәйелдергән төбәктәрҙә урмандарҙы яңынан тергезеү буйынса тырышлығын дауам итергә ниәтләй. - Уҙған йылда беҙ берән-һәрән экологик инициативалар менән генә сикләнеп ҡалманыҡ, производство эшсәнлеген алып барыу төбәктәрендә биологик ресурстарҙы яңынан тергеҙеүгә йүнәлдерелгән масштаблы проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Бынан тыш, беҙ Башҡортостан Республикаһында 240 меңдән артыҡ ылыҫлы тоҡомло үҫентеләр ултырттыҡ, сөгә популяцияһын тулыландырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, балыҡсылыҡ хужалыҡтарынан 150 меңгә яҡын селбәрә алып, Ағиҙел йылғаһына һәм өс һыу һаҡлағыс — Павловка, Түбән Кама һәм Воткиноға ебәрҙек. Был йылда беҙ башланғысларыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ һәм уларҙың масштабы 2020 йылдағыға ҡарағанда кәм булмаясаҡ, – тип билдәләп үтте «Башнефть-Добыча» йәмғиәтенең генеральный директоры вазифаларын башкарыусы Сергей Нонява.