Уны муниципаль район комитетытының Йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт комитеты, Йәштәр үҙәге белгестәре менән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре берлектә ойошторҙо. Майҙанда кис буйына йыр-моң яңғырап торҙо. Тамашаны мәҙәниәт йорты сәңнә оҫталарының һәм йәш райондаштарыбыҙ – әлеге ваҡытта төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарҙың, Рәжәп урта мәктәбе волонтерҙарының сығыштары йәмләне. Сараға килеүселәр Йәштәр үҙәге белгестәре ойошторған уйындарҙа, эстафетала ҡатнашып, бейеп күңел астылар. Еңеүселәргә иҫтәлекле призҙар да бирелде. Төп призҙар – күптән түгел асылған “Ғаилә” кинозалында күрһәтеләсәк кинофильмға билеттар – уйында еңгән Өфө нефть-техник университетының 2-се курс студенткаһы Эльвина Батыроваға һәм Саҡмағоштағы Башҡортостан аграр-технология колледжының 202 төркөмө талибы Илмир Әхмәҙиевҡа тапшырылды. Сараны район мәҙәниәт йорты директоры урынбаҫары Денис Мансуров алып барҙы.