Ҡыш һиҙҙермәй генә үтеп бара, яҙ етергә лә күп ҡалмай. Әлегә баҫыуҙар ҡалын ҡар аҫтында “йоҡоға талһа“ ла, игенсенең күңеле тыныс түгел. Алда - яҙғы мөһим кампания. Уны уңышлы башҡарып сығыу өсөн техника ремонтлауҙы һәм башҡа сараларҙы тиҙләтергә кәрәк. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы кампанияларының ваҡытында башҡарылыуы – техника әҙерлегенә, яҡшы итеп ремонтланыуына, бер һүҙ менән әйткәндә,ҡеүәтенә бәйле. Шуға ла кооператив етәкселеге, инженер-техник белгестәр һәр бригадала тракторҙарҙы, тағылма инвентарҙы ремонтлау, яҙғы ҡыр эштәренә ҡәҙәр әҙерлек һыҙығына ҡуйыу өсөн маҡсатҡа йүнәлешле саралар күрә. М.Горький ис. кооперативтың Ҡаҙыр машина-трактор мастерскойына барып ингәс, иң беренсе һәр механизаторҙың үҙ техникаһы янында мәш килеүе, хужалыҡ рәйесе Мансур Әхмәтовтың улар янына барып кәңәштәр биреүе, эш барышы менән ҡыҙыҡһыныуы күҙгә ташланды. Нигеҙҙә техника ремонтлау ойошҡан төҫтә барып, йәш етәксе һәр нәмәне контролендә тота.
Кооперативтың ике - Һеңрән һәм Ҡаҙыр бригадаларында ремонт эштәре киң йәйелдерелеп, ул үҙ бейеклегендә башҡарыла. Әйтергә кәрәк, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ 12 культиватор, 220 тырма, сәсеү агрегаттары йүнәтелеп, күптән инде алғы һыҙыҡҡа ҡуйылған, кәтүктәрҙе төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Шулай уҡ 2 «МТЗ-82», 1 «МТЗ-12.21», 2 «Т-150» тракторҙарын үҙҙәре хеҙмәтләндергән механизаторҙар ремонтлаған.