САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
15 Января 2021, 13:50

Үсмерҙәргә ярҙам итеү өсөн

Үткән йылдың 9нсы декабренән башлап райондағы Саҡмағош районындағы Ғаилә хеҙмәте белгестәре район мәктәптәрең юғары синыфтар уҡыусылары менән “Үҫмерлек осоро.

Добавить в предпочтительные источники Google

Үткән йылдың 9нсы декабренән башлап райондағы Саҡмағош районындағы Ғаилә хеҙмәте белгестәре район мәктәптәрең юғары синыфтар уҡыусылары менән “Үҫмерлек осоро. Тирә-яҡтағылар менән мөнәсәбәттәрҙе нисек яйларға?” тигән темаға онлайн-саралар ойоштора.
Бындай осрашыуҙар Тоҙлыҡыуыш, Үрнәк, Аблай, Иҫке Ҡалмаш урта мәктәптәре уҡыусылары менән үткәрелде. 13нсе ғинуарҙа сираттағы ошондай онлайн-сарала Йомаш урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Уның барышында полиция майоры, район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар менән эшләү төркөмөнөң өлкән инспекторы Г.В.Бакиева сығыш яһаны. Ул балиғлыҡ йәшенә етмәгәндәр өсөн ғәмәлдә булған сикләү шарттарын тәүәл үтәү, үҫмерҙәр тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуларҙы профилактикалау һәм хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен һаҡлау тураһында һөйләне. Саҡмағош беренсе һанлы урта мәктәбенең педагог-психологы Ю.Ю.Вәлиева юғары синыф егеттәре һәм ҡыҙҙарына осордаштары менән аралашыуҙа ярҙам итеүсе психологик алымдар тураһында кәңәштәр бирҙе. Ул 10 шундай ыҫул тураһында аныҡлап аңлатып, аралашыуҙағы кейеренкелекте еңеләйтеү өсөн Э.Джекобсон методикаһын үткәрҙе һәм был алымдарҙы Дөйөм Рәсәй тикшереү эштәре һәм имтихандар ваҡытында да ҡулланырға мөмкин булыуын аңлатты. Ғаилә хеҙмәте психологы Г.Ф.Яҡупова уҡыусылар менән практикум үткәрде, уларҙы үҙ шәхестәренең үҙенсәлектәрен аңларга өйрәтте. Бынан тыш, ул аралашыуҙағы вербаль һәм вербаль булмаған ыҫулдар менән таныштырып, асыу килгән, ярһыған саҡта үҙ-үҙеңде ҡулға алыу күнегеүҙәре тураһында аңлатты. Сара барышында шулай уҡ төрлө бәхәстәрҙе һәм конфликттарҙы хәл итеү мөмкинлегенең бер ыҫулы булған медиация тураһында ла әңгәмә үткәрелде.
Осрашыуҙа балаларҙың мөрәжәғәттәре ҡабул ителгән “Ышаныс телефоны” тураһында ла һүз барды, ҡайһы осраҡтарҙа был хеҙмәт белгестәренә шалтыратып булуы тураһында аңлатылды. Мәктәптең педагогтары һәм уҡыусылары сараны ойошторосыларға шундай тәрән йөкмәткеле һәм фәһемле мәғлүмәткә бай осрашыу ойошторған өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас