САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Декабря 2020, 11:11

Йәшәреү, яңырыу юлында

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда 60 йәш белгесте эшкә ҡабул итте

Добавить в предпочтительные источники Google
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте 2020 йылда 60 йәш белгесте эшкә ҡабул итте
2020 йылда “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмгиәте юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 60 йәш белгесте эшкә ҡабул итте.
Структуралы подразделениеларҙа Өфө дәүләт нефть-техник университеты (ӨДНТУ), Көньяҡ Урал дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Алыҫ Көнсығыш бәйләнеш юлдары дәүләт университеты, Өфө ягыулыҡ-энергетика көллиәте һәм Канаш транспорт-энергетика техникумын тамамлаған белгестәр башлыса эшсе һөнәрҙәрҙән башлай, был иһә уларға артабанғы эшсәнлек өсөн эш тәжрибәһе тупларға ярҙам итә. Коллективтарға кабул ителгән йәштәр эшкә нефть продукттары кыуҙырыу станцияһы операторы, тауар операторы, линия торбауткәргестәрен һалыусы, автоматиры саралаға һәм технологик ҡоролмалар приборҙары буйынса электоромонтер, химик анализ лаборанты һәм башка вазифаларҙа кереште.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмгиәтендә йәштәрҙе коллективта яраклаштырыуға ярҙам итеүҙең эффектлы механизмы ғәмәлдә: стажировка осорона остаҙдар беркетелә, стажировка үтеү планы төҙөлә. Былар бөтәһе лә эш тәжрибәһенә тиҙерәк әйә булыу, корпоратив мәҙәниәткә ылыҡтырыу, һөнәри үзеш юлынан күтәрелеүгә булышлыҡ итә.
Предприятие юғары һәм урта уҡыу йорттары менән кадрҙар әзерләү өлкәһендә актив үҙ-ара хезмәттәшлек итә. Атап әйткәндә, идаралыҡ аппаратының һәм компания филиалдарының кадрҙар хезмәте вәкилдәре ӨДНТУ уҙғарған барлык һөнәри йүнәләш биреү сараларында һәм вакансиялар йәрмикәләрендә даими ҡатнаша. 2020 йылда ул саралар онлайн-форматта үтте. Югары уҡыу йорто студенттары “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте үткәргән йәштәрҙең фәнни-техник конференцияларында катнаша, предприятие югары уҡыу йоторыноң матди-техник базаһын нығытыуҙа ярҙам итә. 2016 йылдан 2020 йылға тиклем университеткка ремонт, кафедрларҙы техник йыһазландырыу, лабораториялар ойоштороу, фәнни әҙәбиәт баҫтырыу йүнәлештәренә 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Бөгөн “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй. Уларҙың күпселеге, 148 кеше, ӨДНТУ тамамлаған.
Бынан тыш предприятиела буласаҡ йәш белгестәр менән дә эшсәнлек алып барыла – 2020 йылда “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтендә 100ҙән ашыу юғары уҡыу йорттары студенттары практика үтте. Мәҫәлән, диплом алды практикаһын үткән студенттар (ӨДНТУның 44 һәм Төмән индустриаль университетының 7 студенты) етештереү объекттарынан файҙаланыу эштәрендә ҡатнаштылар, төп технологик процестар һәм ҡоралмалар менән таныштылар, документтар менән эшләнеләр, етештереү объекттарында планлы эштәр башҡарғанда күҙәтеүселәр сифатында ҡатнаштылар, шулай уҡ диплом проекттары өсөн материалдар тупланылар.
Тағы ла 50 студент (шул исәптән ӨДНТУнан 49 һәм Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетынан 1 студент) предприятела производство практикаһы үтте: технология процестары һәм норматив-техник документация тураһында мәғлүмәттәр алдылар. “Транснефть” йәмғиәтендәге корпоратив мәҙәниәт менән таныштылар, курс эштәрен әзерләүгә материалдар тупланылар.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең етештереү объекттарында практика үтеү барышында практика етәксеһе һәм остаҙ тәғәйенләнә. Предприятиеның яуаплы хеҙмәткәрҙәре практикант эшсәнлеген күҙәтселектә тота, эш урындарында ҡушылғандарҙы үтәүҙә ярҙамлаша, производство мәсьәләре буйынса консультациялар бирә, шулай уҡ предприятиеға ылығып китеүҙә һәм һөнәри белемен арттырыуҙа ярҙам күрһәтә.
Практика үткәндә коронавирус инфекцияһы таралуыға юл ҡуймау маҡсатында бөтә талаптар ҙа үтәлде, тейешле һаҡланыу саралары ҡулланылды, социаль дистанция тотолдо.
Читайте нас