САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
26 Декабря 2020, 10:43

Биоресуртарҙы тулыландырып

"Башнефть-Добыча" – "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең углеводород сеймалдарын разведкалау һәм сығарыу буйынса төп операторы, Башҡортостан Республикаһында биологик ресурстарҙы яңыртыу буйынса актив курсын быйылғы сезонда ла дауам итеп, Дүртөйлө һәм Краснокама райондары территорияһында Ағиҙел йылғаһына 37 меңдән артыҡ сөгә селбәрәләре ебәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Башнефть-Добыча" – "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең углеводород сеймалдарын разведкалау һәм сығарыу буйынса төп операторы, Башҡортостан Республикаһында биологик ресурстарҙы яңыртыу буйынса актив курсын быйылғы сезонда ла дауам итеп, Дүртөйлө һәм Краснокама райондары территорияһында Ағиҙел йылғаһына 37 меңдән артыҡ сөгә селбәрәләре ебәрҙе. Был ҡиммәтле балыҡ тоҡомоноң 12,5 мең селбәрәһе предприятие тарафынан Удмурт Республикаһының Воткинск һыу һаҡлағысына ебәрелгәйне инде. Популяцияны тулыландырған йыйылма күләм 50 мең тирәһе селбәрә булды. — Шуныһын махсус билдәләргә кәрәк, биоресурстарҙы тулыландырыу өсөн предприятие сөгә балығының беҙҙең яҡтар өсөн ғәҙәти булған Кама-Ағиҙел попу- ляцияһы селбәрәләрен алды. Быйыл тыуған селбәрәләр балыҡ үрсетеү хужалыгында ғинуарфевраль айҙарынан үҫтерелде. Шулай булғас, былар инде – ярайһы ғына түл йыйған 10 грамдан ауырыраҡ селбәрәләр. Был селбәрәләрҙең, уларҙы яҙ йә иһә йәй айҙарында һыулыҡтарға ебәреү менән сағыштырһаң, тернәкләнеп китеүе һиҙелерлек юғарыраҡ, – тип билдәләне селбәрәләрҙе һайлау кампанияһына булған аҙымды “Росрыболовство” һыу һәм биологик ресурстарға дәүләт контроле, күҙәтселек һәм һаҡлау федераль агентлығына ҡараған Урта Иҙел территориаль идараһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Людмила Скворцова. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән ҡиммәтле балыҡ популяцияһын тергеҙеү буйынса «Башнефть-Добыча»ның был беренсе инициативаһы ғына түгел. Июль айында башҡорт нефтселәре Ҡариҙел, Красно- кама райондары, Өфө территорияларында Павловка һыу һаҡлағысына һәм Ағиҙелгә 100 мең тирәһе быйыл тыуған шундай уҡ сөгә селбәрәләре ебәрҙеләр. – Үҙебеҙ эш алып барған төбәктә экологик балансты предприятиеға традицион рәүештә һаҡларға ярҙам иткән сараларҙа ғына туҡталып ҡалмаҫҡа ҡарар иттек. Нефть сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен минимальләштереүҙе һаҡлау менән беррәттән, быйыл үҙебеҙҙең төп төбәк – Башҡортстандағы биологик ресурстарҙы яңыртыуға баҫым яһаныҡ. Ошо сезон эсендә республика һыулыҡтарына 150 мең тирәһе ҡиммәтле балыҡ селбәрәләре ебәрҙек. Үҙебеҙҙең көс менән Бөрө һәм Асҡын райондарында 27 меңдән артыҡ шыршы ултырттык. Күптән түгел генә Асҡын, Архангель, Бөрө, Әбйәлил һәм Күгәрсен урман хужалыҡтарында 50 гектарҙан артыҡ майҙанда ылыҫлы ағастар үҫентеләрен ултыртыуҙы тамамланыҡ. Киләһе йылда экологик инициативалар менән беҙ тағы ла активраҡ сығыш яһаясаҡбыҙ, – тип билдәләне предприятиеның тәбиғәтте һаҡлау буйынса башланғыстарын “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең генераль директоры вазифаларын башҡарыусы Сергей Нонява. Селбәрәләр һаны ла, балыҡтарҙы ебәреү нөктәләре лә осраҡлы булманы. Сөгә популяцияһын тулыландырыу өсөн һыулыҡтар Р. Берг исемендәге күл һәм йылға балыҡ хужалығы фәнни-тикшеренеү институты эшләгән методика нигезендә Росрыболовство агентлыгы күрһәтеүе буйынса һайлап алынды. -Сөгәнең тәбиғи популяцияһын яһалма рәүештә тулыландырыу, әлбиттә, Ҡыҙыл китапҡа кергән был төрҙө һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә бындай инициативаларҙы тормошҡа ашырғанда селбәрәләрҙе һыуға ебәреү мөмкинлеге генә түгел, ә Түбән Кама һәм Воткинск һыу һаҡлағыстарындағы экосистеманы боҙмау ҙа күҙ уңында тотолдо. Тап шуға күрә лә инде экологик хеҙмәттең ошо изге башланғысҡа фәнни аҙымын билдәләргә кәрәк. Селбәрәләрҙе ебәреү урыны һәм уларҙың һаны фәнни иҫәп һәм профилле ведомстволарҙың тәҡдимдәре нигезендә эшләнде. Шуға күрә селбәрәләрҙең тернәкләнеп китеүе максималь буласағы тураһында ғына түгел, ә инде уларҙы ебәреү урындағы флора һәм фаунаның балансын боҙмаясаҡ, тип ышаныс менән әйтергә була, – тип йомғаҡланы балыҡтарҙы ебәреүҙе күҙәткән Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм уларҙан файҙаланыу буйынса Нефтекама хеҙмәте эксперт-белгесе Аяз Килмәтов.
Читайте нас