Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙа республика Конституцияһы көнө билдәләнә. Бынан 20 йыл элек Юғары Совет депутаттарының күпселек тауышы менән Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителде.
Был байрам көнөндә муниципаль район хакимиәтендә тантаналы сара үтте. Район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев унда ҡатнашыусыларҙы республика байрамы менән ҡотланы һәм Саҡмағош беренсе һанлы урта мәктәбенең 8нсе синыф уҡыусыһы Дилә Иҡсановаға Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тапшырып, уға Башҡортостандың, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булыуын теләне. Бынан тыш, Диләгә районыбыҙҙың данлыҡлы шәхестәренә арналған энциклопедия китабы һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының бүләге дә тапшырылды.