Күркәм ғәҙәт буйынса Яңы йылды ҡаршы алғанда район үҙәгендә боҙ ҡаласығы төҙөлә. Алдағы йылдарҙан айырма- лы булараҡ, ул хәҙер почтамт бинаһы алдында түгел, ә быйыл ғына асылған Ғаилә ялы паркын- да урынлаштырылды. 9 декабрҙә яҡташтарыбыҙ боҙ ҡаласығы менән танышыу кисәһенә йыйылды. Паркка килеүселәр Яңы йыл байрамының төп ҡунаҡтары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алғанҙан һуң улар майҙансыҡ буйынса сәйәхәт ҡылдылар. Шау-гөр килеп уйнап йөрөгән балаларға ҡушылып, боз ла- биринты аша үттеләр, хатта ҙур тауҙан шыуып төшөргә лә ҡурҡып торманылар. Саҡмағош халҡы һәм районыбыҙ ҡунаҡтары быйыл айы- рыуса уңайлы урында һәм ныҡ матур итеп эшләгән ҡаласыҡтың гүҙәллегенә һоҡланып туя алмай. Был матурлыҡ иһә — үҙебеҙҙең район ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаҡ ижад емеше. Бай- рам кисәһендә уларға бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. “Саҡмағош электр селтәре”, “Заря” ауыл хужалығы коопера- тивы, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, “Газсервис”, “Водоканал”, “Саҡмағош-Арена”, беренсе һанлы мәктәп һәм гимназияның тырыш ир-егеттәре боҙ хәҙерләүҙә ҡатнашты. “Саҡмағош торлаҡ-коммуналь хужалығы” ойошмаһы мастеры Илгиз Саҡаев етәкселегендә бригада ағзалары Динар Мөхәмәтйәнов, Замир Турсунов, Рәлиф Зәйнетдинов, Роберт Насибуллин, Ан- дрей Бондаревтың ҡулдарында эш ҡоралдары уйнап торҙо. Боҙ ҡаласығын булдырыуҙа Илгиз Сәләхов, Рауил Халиҡов, Илшат Латипов, Альберт Хисамов, Ил- мир Кирәев, Илшат Ғүмәровтың да өлөшө ҙур булды. Махсус тех- ника менән тәьмин итеүҙә шәхси эшҡыуар Ирек Шәрипов ярҙам ҡулын һуҙҙы. Байрам майҙанының күркәм биҙәктәре булып, боҙҙан яһалған Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, 2021 йылдың хужаһы –Үгеҙ, Мәскәй әбей һәм уның йорто, етеҙ ат менән сана һындары тора. Уларҙы күреү менән скульптор Айҙар Ғабдуллиндың бар күңел йылыһын биреп эшләгәне шунда уҡ һиҙелә. Осрашыуыбыҙҙың төп ҡунаҡтары – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һәр фотозонала баласаһалар менән иҫтәлеккә һүрәткә төштөләр, кескәй дуҫтарына татлы күстәнәстәр өләштеләр. Ниндәй генә осрашыу йырмоңдарһыҙ үтһен инде?! Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы йырҙар бай- рам бүләге булып яңғыраны. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һәр ҡайһыбыҙҙың туған райондарындағы йымылдык уттар менән биҙәлгән күҙ яуын алырлыҡ шыр- шылы ҡаласыҡтарыбыҙ беҙҙе Яңы йылҙарға аяҡ баҫҡансы шат- ландырып торһон! Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҡынлашып килеүсе Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ! Яңы килгән йыл йорт-илдәребеҙгә именлек, бәрәкәт алып килһен, илебеҙҙә, республикабыҙҙа тыныслыҡ, кешеләр үҙҙәрен бәхетле тойһон ине!