САРМАНАЙ
+7 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Декабря 2020, 09:34

Алһыуҙың татлы хыялы

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Кушнаренко ауылында йәшәүсе ун йәшлек Алһыу Латипованын үҙ ҡулдары менән яһаған торт рәсемдәрен йыш күрергә тура килде. Был татлы ризыҡтарҙы дүртенсе синыфта уҡыған ҡыҙыҡһайҙың бешереүенә ышаныуы ла ҡыйын. Бының менән бер нисә йыл элек шөғөлләнә башлауын белгәс, бөтөнләй исем китте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Кушнаренко ауылында йәшәүсе ун йәшлек Алһыу Латипованын үҙ ҡулдары менән яһаған торт рәсемдәрен йыш күрергә тура килде. Был татлы ризыҡтарҙы дүртенсе синыфта уҡыған ҡыҙыҡһайҙың бешереүенә ышаныуы ла ҡыйын. Бының менән бер нисә йыл элек шөғөлләнә башлауын белгәс, бөтөнләй исем китте.
Латиповтар ғаиләһе беҙҙе тәмле торт ҡуйылған сәй өҫтәле артында ҡабул итте. Хужабикә үҙҙәренең нисек йәшәүҙәре, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре тураһында һөйләне.
–Ҡыҙым ике-өс йыл элек үк инде интернеттан рецептар ҡарап, үҙ белдеге менән торт яһай башланы. Әлбиттә, үҙем дә бешеренергә яратам, ләкин ваҡыт ҡыҫынҡыраҡ. Башта Алһыуҙың эшләгәнен күҙәтеп барҙым, кәрәк-яраҡ һатып алдым. Уның шөғөлө ябай мауығыу ғына түгеллеген аңлағас, һәр төрлө хуплай башланым. Ун йәшенә бүләккә айфон йәки башҡа шундай әйбер түгел, ә кондитер эшен нык енеләйтеүсе планетар миксер бүләк итеүебеҙҙе һораны.
Ғаиләлә ҡыҙыҡайҙың тырышлығын лайыҡлы баһалайҙар. Тиҙҙән аш бүлмәһендә Алһыуҙың үҙ эш урыны һәм һыуытҡыста айырым кәштәһе барлыҡҡа килә.
Йәш кондитер бөгөн торт, кекс, капкейк кеүек тиҫтәләгән төрлө тәмлекәстәр бешерә. Эшлекле ҡыҙ күптән түгел танылған аш-һыу оҫтаһынан һоҡланғыс крем рецептын һатып алған. Торт яһау буйынса үҙенең серҙәре лә бар.
–Торт бешергәндә ваҡ-төйәк юҡ, һәр нәмәлә теүәллек талап ителә. Ғаилә тантаналарына яҡындарым өсөн рәхәтләнеп бешеренәм. Мәктәп байрамдарына ла татлы ризыҡтар әҙерләп алып барырға тырышам. Плитә янында мәж килеү һис ялҡытмай. Үҙ эшеңдең һөҙөмтәләрен күреп, арығаныңды онотаһың,–тип йылмая әнгәмәләшем.
Алһыу Латипова республикабыҙ башҡалаһында танылған кондитерҙарҙа оҫталыҡ дәрестәре алды.
Ҡыҙҙың күнеле изгелек өсөн дә асыҡ. Күптән түгел ул Шәрип ауымындағы ҡарттар йортонда йәшәүсе әбей-бабайҙарға ҙур торт бешереп бүләк иткән. Улар бындай гүзәллекте дүртенсе синыф уҡыусыһы әҙерләүенә ышанмағандар ҙа. Йәш бешереүсе үҙенең һәр ижад емешенә йән өрөргә тырыша.
Алһыу татлы мауығыуынан ғүмере буйы айырылмаҫҡа уйлай.
–Мәктәпте тамамлап, белгеслек алғандан һуң, үҙемдең кондитерлыҡ цехын асырға хыялланам,–ти ҡыҙ.
Уның хыялы тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас