Һөнәри даирә һәм тоташ республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе: Өфөлә 98 йәшендә Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов – республиканың иң өлкән нефть үткәреүселәренен береһе, Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының (хәҙерге “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте) элеккеге етәксеһе вафат булды.
Шәүкәт Әхәтов кесе йәшенән үк тормош ауырлыҡтарын белеп, татып үҫкән: ун йәшенән ул ғаиләнең берҙән-бер туйындырыусыһы булып ҡала. Әммә тап ошо осорҙа уның характеры нығый: бер нәмәгә лә ҡарамай, ул тәүҙә мәктәпте бик яҡшы билдәләргә тамамлай, унан Грозный ҡалаһында рабфакта уҡый. 1947 йылда ул – Губкин исемендәге Мәскәү институтында уҡып һөнәр үҙләштергән йәш белгес, туған Башҡортостанға ҡайта. Уның инде берниҡәҙәр эш тәжрибәһе лә була – БАССРҙағы беренсе Туймаҙы-Өфө нефть үткәргесендә техник күҙәтселек буйынса инженер вазифаһында практика үтә Шәүкәт Нурлығаян улы. Шуға ла бөтә көсен һәм белемен тап бына торба үткәргес транспорт өлкәһендә эшләүгә арнарға теләге ҙур була. Сөнки йәш белгес уның республикалағы, хәтта илдәге нефть тармағының үҫешендә ниндәй ҙур роль уйнаясағын бик яҡшы аңлай.
Шәүкәт Әхәтов бернисә йыл Өфө Нефть фәнни-тикшеренеү институтында хеҙмәт һала. Әммә 1952 йылда Башҡортостан товар-транспорт идаралығына (ул ваҡытта хәҙерге “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте шулай тип атала) эшкә килә – был тармаҡта бөтенләйгә ҡалыу өсөн килә. Уның белеме, энергияһы, эшкә һәләте һәм шундай уҡ таланттары был етештереү өлкәһе өсөн һауа кеүек кәрәк була һәм Шәүкәт Әхәтов тыуған ойошмаһына әүерелгән предприятие менән бергә үҫә һәм камиллаша. 1964 йылда ул инде баш инженер, ә 1970 йылда Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының начальнигы итеп үрләтелеп, ойошманың беренсе етәксеһе, оҫтаҙы һәм өлкән дуҫы Давыд Александрович Черняевтың эшен дауам итә.
Был осор – ҡоласлы төҙөлөштәр, Урал һәм Себер магистраль торба үткәргестәре системаһының гөрләп үҫешкән осоро була. Улар араһында айырым урынды Усть-Балыҡ – Ҡурған – Өфө – Әлмәт магистраль нефть үткәргесе алып тора. Ул бөгөнгө көндә лә илдә иң эреләренең береһе булып ҡала. Ҡурғандан алып Әлмәткә ҡәҙәрге участоктағы төҙөлөшкә идара итеү вазифаһы Шәүкәт Әхәтовҡа йөкләтелә. Магистраль, киләсәктәге Нижневартовск – Ҡурған – Куйбышевск нефть үткәргесе кеүек үк, билдәләнгән ваҡыттан алда тапшырыла.
Бынамын тигән белгес, талантлы етәксе һәм эште ойоштороусы Шәүкәт Әхәтов күп һанлы яңы эшләнмәләрҙең авторы һәм уйлап табыусыһы була. Айырым алғанда, ул Башҡортостан дәүләт университеты ғалимдары менән берлектә бер нефть үткәргестән сеймал рәүешендәге һәм тоҙо алынған нефтте айырым транспортировкалау технологияһын булдыра. 1983 йылда хаҡлы ялға туҡтағас та фән менән тығыҙ бәйленешен өҙмәй: ул 12 йыл дауамында Нефть университетының транспорт һәм нефтьте һаҡлау кафедраһында студенттарға белем бирә. Шәүкәт Әхәтов торба үткәргестәрҙең яңы төрлө изоляция тышлығын эшләүҙә һәм файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнашҡан өсөн СССР Министрҙар Советының премияһына лайыҡ була. Ул – Ленин һәм “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары кавалеры, “Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн. В.И.Ленинның тыуыуына 100 йыл”, “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Бынан тыш, Шәүкәт Әхәтов – Башҡорт АССРының атҡаҙанған, СССР-ҙың шәрәфле нефтсеһе, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
Уның ҡулынан бар эш тә килде, барыһын да лайыҡлы башҡарҙы. Әммә бу уңыш һәм бәхетле осраҡтар һөҙөмтәһе генә түгел, ә көндәлек ныҡымашлы хеҙмәт емеше. Бынан тыш, Шәүкәт Әхәтов яҡшы ғәилә башлығы һәм балаларына үҙенең иң яҡшы сифаттарын күсерә белгән хәҫтәрлекле атай ҙа булды. Тармаҡ ветерандары һәм уның менән бергә эшләү, аралашыу бәхете тейгән һәр кем уны кешелекле, хеҙмәткә рухландыра һәм иң ауыр минуттарҙа ла күңелде йыуата белеүсе шәхес булараҡ иҫкә ала. Шуға ла уны хөрмәт итәләр һәм юғары баһалайҙар.
Шәүкәт Әхәтов: “Бәхет – ул бик ауыр булһа ла, “булдыра алмайым” тип күңел төшкәндә лә еңә белеү. Бәхет ул – ерҙә үҙ эҙенде ҡалдырыу”, – тип әйтә торған була. Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов уны белеүсе һәм яратыусы кешеләр йөрәктәрендә һәм күңелдәрендә үҙе тураһында яҡты эҙ ҡалдырды.