САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Декабря 2020, 16:10

Башҡорт теле көнөнә арнап

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көне билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтерүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә лә ошо көнгә арналған саралар үткәрелде. Уларҙың тәүгеһе “Мәңге йәшә, башҡорт теле” тип исемләнде. 1-нсе класс уҡыусылары мәктәп музейына сәйәхәт ҡылдылар, 2-нсе, 3-нсө класс уҡыусылары Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын өйрәнделәр, 4-нсе класс уҡыусылары араһында викторина, 5-нселәрҙә “Тел бәйгеһе” ярышы үтте. Улар “Зирәктәр” һәм “Отҡорҙар” командаларына бүленеп, төрлө һорауҙарға яауап бирҙеләр. Уйын ахырында “Отҡорҙар” командаһы еңеү яуланы. Башланғыс класс уҡыусылары тәнәфестәрҙә башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар.
6-нсы синыф уҡыусылары менән дистанцион дәрес уҙҙы. Уның барышында уҡыусылар М.Аҡмулланың тормош һәм иҗад юлы буйынса сәйәхәт итте. Улар күренекле шағирҙарҙың туған телде данлап яҙған шиғырҙәрен һөйләнеләр, тел тураһында йырҙар ҙа яңғыраны.
7-нсе, 9нсы синыф уҡыусылары менән кроссворд төзөү, портрет төшөрөү, викторина һорауҙарына яуап ҡайтарыу кеүек эштәр башҡарылды. Был сараларҙа бөтә уҡыусылар ҙа актив ҡатнашырға тырышты. Был көндө Рәми Ғарипов, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишеваның туған тел тураһындағы билдәле шиғырҙары яңғыраны.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың, халкыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән иң ғәзиз бүләк. Телдә халыҡтың бар булмышы сағыла. Башҡорт теле – халҡыбыҙҙың мәңгелек тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине. Хәҙерге көндәрҙә һәммәбеҙ алдында башҡорт телен һаҡлау, уны үҫтереү һәм киләсәк быуынға тапшырыу бурысы тора. Сөнки һәр халыҡ үҙенең көсөн, үҫешкән тотороҡло мәҙәниәтен, сәйәсәтен, көнкүрешен үҙ телен белеп, һаҡлап ҡына күрһәтә ала. Шуға күрә, телебеҙҙе онытмайыҡ, һаҡлайыҡ һәм ҡәҙерләйек. Уның үҫеше – беҙҙең ҡулда.
Читайте нас