САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Ноября 2020, 13:35

Нефть үткәреүселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштерергә ярҙам итте

Черкассы ҡасабаһында Өфө районында тыуып үҫкән өс фронтовик – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары Ф.М.Косолапов һәм П.А.Кулаков, шулай уҡ Дан орденының тулы кавалеры М.А.Едренкин тураһындағы хәтер мәңгеләштерелде. Ҡасабала йәшәүселәр оҙаҡламай бында парк та булдырырға ниәтләй – һәм Геройҙар аллеяһы был паркта иң үҙәк урында буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Черкассы ҡасабаһында Өфө районында тыуып үҫкән өс фронтовик – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары Ф.М.Косолапов һәм П.А.Кулаков, шулай уҡ Дан орденының тулы кавалеры М.А.Едренкин тураһындағы хәтер мәңгеләштерелде. Ҡасабала йәшәүселәр оҙаҡламай бында парк та булдырырға ниәтләй – һәм Геройҙар аллеяһы был паркта иң үҙәк урында буласаҡ.
Аллеяға нигеҙ һалыуҙа иң беренсе мөһим аҙым фронтовиктарҙың бронзанан ҡойолған бюстарын урынлаштырыу булды. Черкассы ауыл Советы биләмәһе хәкимиәте вәкилдәре уларҙы эшләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе үтенеп “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Был йәмғиәт райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмәғәт тормошона, уның үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Предприятие был тәҡдимде хупланы һәм бюстарҙы эшләүҙән башлап уларҙы монтажлағансыға ҡәҙәр эштәрҙең тулы комплексын финанслау өсөн бер миллионға яҡын һум аҡсаны иғәнәселек ярҙамы булараҡ бүлде. Фронтовиктарҙың һындары бронзанан художестволы ҡою ыҫулы менән эшләнде, кирбес-бетоннан күтәрелгән постаменттар гранит менән тышланды. Таҡта таштарҙа геройҙарҙың исемдәре һәм йәшәгән йылдары уйылды.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәрҙе ремонтлау һәм төҙөкләндереүҙә ярҙам “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең шәфҡәтлелек эшсәнлегенең мөһим өлөшө булып тора. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда ойошма үҙе эшсәнлек алып барған төбәктәрҙә 10нан артыҡ һәйкәл һәм мемориаль комплексты тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
Белешмә өсөн:
КОСОЛАПОВ Филипп Макарович, Советтар Союзы Геройы
2-се гвардия истребитель авиаполкының эскадрилья командиры (1-се һауа армияһы). 300гә яҡын хәрби осош яһаған, шәхсән үҙе дошмандың 11, төркөмдә 9 самолетын ҡолатып төшөргән.
КУЛАКОВ Петр Афанасьевич, Советтар Союзы Геройы
598-се артиллерия полкының орудие командиры (3-се Белоруссия фронты). 1944-се йылдың июлендә Неман йылғаһының һул ярында (Белоруссия) П.Кулаковтың артиллерия расчеты 5 дошман танкының контрһөжүмен кире ҡаҡҡан, уларҙың 3-һен яндырған. Шул уҡ алыш барышында П.Кулаковтың артиллериясылары фашистарҙың 3 орудиеһын һәм 100гә яҡын һалдатын юҡ иткән.
ЕДРЕНКИН Михаил Акимович, Дан орденының тулы кавалеры (өс дәрәжә)
35-се штурмлау инженер-сапер батальоны саперы (1-се Украина фронты). Мөһим юлдарҙы миналаштырыу, дошмандың ут нөктәләрен асыҡлау-разведкалау һәм күп һанлы миналарҙы зарарһыҙландырыу, совет ғәсҡәрҙәре Одер йылғаһын кискәндә уларға кисеү юлын тәьмин иткәндәге уңышлы ғәмәлдәре өсөн ордендар менән бүләкләнгән.
Читайте нас