Беҙ Вил менән уның редакцияла эшләгән сағында таныштыҡ. «Ярыш» гәзитендә Әнәс Кабиловтың, Сәғит Зөбәйеровтың һәм Вил Ҡазихановтың шиғырҙары баҫыла ине. Мин дә өс шиғырымды алып килдем һәм уларҙы баҫтырҙылар. Ул ваҡытта редактор Сәлимов ағай ине. Мин Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда баянсы булып эшләнем. Бер көндө хеҙмәттәшем менән Өфөгә барырға сыҡтыҡ. Ул саҡта пароходта йөзә инек. Вил дә беҙҙең менән Өфөгә барҙы. Һөйләшеп барҙыҡ, тик музыка тураһында ул да, мин дә һүҙ сығарманыҡ. Дүртөйлөнән мин Кушнаренкаға киттем. Унда халыҡ театры уңышлы эшләй ине. Спектаклдәргә көй яҙҙым. Йырҙар ҙа ижад итә башланым. «Тыуған көн» йыры бик уңышлы булды. Мин уны Өфөлә радиола яҙҙырҙым. Йыр бик йыш яңғыраны һәм уны концерттарҙа йырлай башланылар. Хәҙер ҙә уны табындарҙа ишетәм. Кушнаренкола оҙаҡ эшләнем. Бер ваҡыт райондарҙы берләштерҙеләр. Кушнаренко менән Саҡмағош ҡушылды. Саҡмағошта бейеү ансамбле эшләй ине. Мин уларға баянда уйнаным. Коллектив бик күп ерҙәрҙә булды. Мәскәүҙең съездар һарайында булдыҡ, Молдавияла донъяның демократик илдәре фестивалендә ҡатнаштыҡ. Бер аҙҙан һуң райондар айырылды. Һәм шул ваҡытта Дүртөйлө районы мәҙәниәт бүлеге мөдире Ибраһим Ғайсин мине эшкә саҡырҙы. 1970 йылдан Дүртөйлөлә эшләй башланым. Бер көндө Ағиҙел йылғаһы буйында йөрөйөм. Минең янға шып итеп машина килеп туктаны. Ҡарайым, машинанан Вил сыҡты. Үҙ-ара хәлдәрҙе белештек. «Ҡайҙарҙа йөрөйһөң, Дүртөйлөнө онотма, ҡала тураһында йыр яҙырға кәрәк», – тип әйтте ул. «Ши ғырын яҙ, көйө – минең эш», – тип яуап бирҙем мин.
ВИЛ МЕНӘН ЯҘҒАН ТӘҮГЕ ЙЫР
3-4 көн дә үтмәне, миңә Вил шылтыратып, һүҙҙәре әҙер, тине. Беҙ уларҙы бер аҙ төҙәтеп, көйөн яҙҙыҡ. Мәҙәниәт йортонда Рәйсә исемле ҡыҙ етәкселегендә ҡыҙҙар ансамбле эшләй ине, мин йырҙы уларға тапшырҙым. Бер нисә көндән улар йырҙы башҡарҙылар. Дүртөйлө йәштәре йыры: Ағиҙел буйында үҫтек, Йәшәйбеҙ Дүртөйлөлә. Ҡыҙҙар беҙҙә ҡара ҡаштан, Матур ҙа, һөйкөмлө лә. Һәлллилә, иллалала (2) Тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә. Бу йырҙы башҡарған ҡыҙҙар һаман да хәтерләйҙер әле.
Уның менән ижад иткән йырҙарҙың иң ауыры «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем» йыры булды. Йыр һигеҙ куплеттан торҙо. Беҙ уның ҡайһыһын төшөрөп ҡалдырырға ла белмәйбеҙ: Вил береһен тәҡдим итә, мин – икенсеһен. Ахырҙа, дүрт куплетты ҡалдырҙыҡ. Шул уҡ көндө йырҙы радиоға илттем. Фәниә Сөләймәноваға рәхмәт, йырҙы яҙҙырырға рөхсәт бирҙе. Баянда мин үҙем уйнаным. Халыҡҡа был йыр бик оҡшаны. Оҙаҡ йылдар дауамында ул хаттар буйынса яңғыраны. Шунан һуң башҡа күп йырҙар ижад иттек: «Өфөләргә барам әле», «Йәш беҙҙең күңелдәр», «Минең ҡәҙерлеләрем», «Бир һин бер хәбәр», «Их, һин, гармун!» – Илфак Смаҡов башкарыуында йыр. Һуңғы йырҙарҙың береһе – «Сарманай».
«САРМАНАЙ» ЙЫРЫН ЯҘЫУ ТАРИХЫ
Дүртөйлө – Түбәнге Аташ – Әсән сатында кафе астылар. Кафе хеҙмәткәрҙәре кеше аҙ кереүенә зарланды. Вил, быны төҙәтеп була, тине. Тиҙҙән ул миңә шиғыр һүҙҙәре алып килде, беҙ уны «Сарманай» тип атаныҡ. Мин көй яҙып ҡараным, тик ул миңә ниңәлер моңһоу кеүек тойолдо. Миңә оҡшап бөтмәне. Шунан һуң, ҡушымта өҫтәп, йырҙы темплы иттем. Фән Вәлиәхмәтовҡа бирҙем. Әхмәт Ғәйнетдинов менән йырҙы өйрәнеп, радиола яҙҙырҙылар. Көтмәгәндә был йыр популяр булып китте. Кассетаға яҙҙырҙыҡ, кафе түбәһенә рупор менән ҡуйҙылар, йыр әллә ҡайҙарға ишетелеп торҙо. Унда бит юлдар саты: кемдәр генә уҙмай – һәр кем туктап, йырҙы тыңлап, кафеға ашарға инә башланылар.
Вил, минең тормош иптәшем Фәрзәнә һәм мин, алдан һөйләшкәнсә, Илеш районына барырға сыҡтыҡ. Ауылға барып еткәс, колхоз идараһы ҡаршыһында туҡтаныҡ. Колхоз рәйесенә хәбәр иттеләр, ул беҙҙе ҡаршы алды. Рәйес бригадир менән клуб мөдирен саҡырырға ҡушты. Ә беҙҙе үҙ кабинетына саҡырып, сәй менән һыйланы. Кис клубҡа киттек. Вил шиғырҙарын укыны, Фәрзәнә йырланы, минән дә йырлауымды һоранылар, сәскәләр бир-ҙеләр.
Вил миңә «Бәхтизин» тип аталған шиғыр алып килде. Беләм, был – Юғары Аташтан Әхтәм Бәхтизин. Шиғыр ҡушымта менән яҙылған, был – бик ҡатлаулы эш. Мин, бөтә вакытымды биреп, эшкә тотондом. Өс көн эсендә йыр әҙер булды, мин аны үҙем башҡарырға булдым. Бер аҙнанан һуң Бәхтизиндың юбилейы ине. Юғары Аташтан килеп, ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Бәхтизин һуғышта һәләк булған, ҡыҙы менән тормош иптәше килеп саҡырҙы. Клубҡа халыҡ йыйылған. Был көндөҙ ине. Башта ауылдаштары үҙҙәре һөйләне. Вил беҙҙең исемдән кереш һүҙ әйтте. Шунан һуң мин йырҙы башҡарҙым. Халыҡ гөр килеп алҡышланы. Ҡыҙының күҙҙәренән йәш тама ине. Беҙҙе сәскәләргә күмделәр. Ундай осрашыуҙар күп булды. Беҙ Вил менән туғандар кеүек инек. Ул тыйнаҡ, иҙге күңелле, аҡыл менән эш иткән кеше ине. Хәҙер уның булмауы ауыр һәм моңһоу. Быны кабул итеүе ҡыйын миңә.