Был эштәр барышында 358 метр оҙонлоҡтағы торба үткәргес участоғы, шул иҫәптән һыу аҫтындағы 222 метрлы дюкер, алыштырҙы. Балластировка өсөн дөйөм массаһы 378 тонна булған 189 суйын ауырлатҡыс ҡулланылған. Торба үткәргестең элек файҙалынылған өлөшө һүтеп алынған. Бөтә эштәр башҡарылғас торба үткәргестең яңыртылған һыу аҫты кисеүендә дефект-кәмселектәр булмауын раҫлаған һыу баҫымы менән һынап ҡаралған, уның геометрик параметрларына контроль-күҙәтселек үткәрелгән. Был эштәрҙе башҡарғанда тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән ҡануниәттең бөтә талаптары төгәл үтәлгән.
Торба үткәргесте яңыртыу барышында белгестәр бикләүсе арматура быуынына сикләү һәм төҙөкһөҙлөктәр тураһында хәбәр итеүсе техник саралар комплексын урынлаштырғандар. Был комплексҡа шулай уҡ видокамералар һәм һаҡлау сигнализацияһ ның периметраль системаһы ла инә. Бынан тыш, 1 мең квадрат метр майҙанда ер өҫлөгөндәге тупраҡ тергеҙелде, геотекстиль түшәлеп яр буйы нығытылды, ҡом-таш йәйелде. Артабан киҫәтеүсе билдәләр комплекты монтажланып, даими кисеү йыһаҙланды.
Был эштәр “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең техник йыһазҙарҙы яңыртыу һәм реконструкциялау программаһына нигеҙләнеп башҡарылды. Уның маҡсаты – УБКУА нефть үткәргесен файҙаланыуҙың ышаныслылығын арттырыу. Был нефть үткәргес оҙонлоғо буйынса ла, үткәрелгән нефть күләме буйынса ла Рәсәйҙәге иң эре магистральдәрҙең береһе.