Йылдан артыҡ элек Башҡортостан Республикаһы Яҙусылар берлеге ултырышында төрлө райондарҙан бер нисә авторҙың ҡулъяҙмалары тикшерелде. Флүрә Ғәзизованың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре беҙҙән юғары баһа алды. Үҙ сиратында Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ҡулъяҙмаларҙы китап итеп баҫтырырға ҡабул итте. Һәм бына күптән түгел Флүрә Ғәзизованың «Яҙ ҡояшы» тигән матур китабы донъяға сыҡты. Рәссамы – Ләйлә Ғаянова. Тиражы – 2000 дана. Китап нәшриәттең фирма кибеттәрендә һатыла. Китапҡа шағирәнең балалар өсөн 70 кә яҡын шиғыры һәм өс әкиәте ингән. Тематикаһы бик киң: тәбиғәт һәм кеше, кескәй Ватанға мөхәббәт, балалар өсөн фәлсәфә. Тарихтары үҙенсәлекле, геройҙары – яҡты, сюжеттар – ҡыҙыҡлы. Ҡыҫҡаһы, автор тыуҙырған әҫәрҙәр уникаль һәм ҡабатланмаҫ. Уларҙың һәр береһенә айырым төҫлө һүрәт төшөрөлгән. Был кескәй уҡыусыны тулы һәм теүәл образдар менән уйланырға мәжбүр итә. Флүрә Ғәзизова Яңы Бейектау ауылында йәшәй. Төрлө йылдарҙа үҙнәшер юлы менән бик күп шиғыр һәм проза китаптары сығарҙы. Шиғырҙарының бер өлөшө «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Аҡсарлаҡ» альманахында урын алды. Күптән түгел ауыл клубында авторҙың яңы китабының исем туйы үтте. Ҡәләм оҫтаһын ҡотларға дуҫтары, ауылдаштары, район үҙәгенән ҡунаҡтар – шағирҙар һәм журналистар йыйылды. Сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың һәр ҡайһы китапҡа индерелгән әҫәрҙәрҙең юғары сәнғәт кимәлен билдәләп үтте. Айырыуса оҡшаған шиғырҙарҙы яттан һөйләнеләр. Сығыштар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шағирәнең тормош иптәше Хәбибйән Ғәзизов уның Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған шиғырын уҡыны. Был шиғри юлдар һуғышта ҡатнашҡан атаһы тураһындағы кисерештәрҙе кәүҙәләндерә, тип билдәләп үтте. Юлдар ихлас һәм тулҡынландырғыс. Ул, үҙешсән сәнғәттә актив ҡатнашыусы, шундай тәьҫирле итеп укыны, зал тын алмайынса тиерлек тыңланы