Республика көнө уңайынан һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Иҫәнбай ауылында «Йәшәһен ауылыбыҙ» тип исемләнгән йырлы-моңло байрам сараһы үтте.. Унда биләмә территорияһында йәшәүсе уңғандарҙың үҙҙәре яһаған техникаларҙан, ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Сараны Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зарипов асып, изге теләктәрен юлланы.Ул биләмәлә күптәргә өлгө булып йәшәүсе Зәйтүнә һәм Шәйехйән Әхмәтғәлиевтарға, Хәжәр һәм Вәғиҙ Кәримовтарға, Нажиә һәм Әсҡәт Зәйнетдиновтарға, Зәлиә һәм Миңнеәхнәф Мөнировтарға, Лифа һәм Сәғит Мостафиндарға, «Әсә даны» миҙалына лайыҡ булыусы Анжела Ғәйфуллинаға, шулай уҡ әүҙемдәргә һәм йәш парҙарға бүләк тапшырҙы. Артабан «Илеш МТС» йәмғиәте директоры Рәүис Зарипов, Иҫәнбай ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәүсе Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағирә Виниса Фәттәхова яҡташтарын ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе. Байрамды яҡташтарыбыҙ – Ҡазан ҡалаһындағы Ғ.Камал театры артисы Алина Хәсәнова менән Үрге Йәркәйҙән Ләбиб Хәбибов күңелле итеп алып барҙы. Ауыл үҙешсәндәренең сығышын халыҡ яратып ҡабул итте, көслө алҡыштарға күмде. Сараға килгән һәр кем төрлө ҡамыр ризыҡтарынан, пылауҙан, Теләкәй ауылында урынлашҡан А.Мәрүәрованың крәҫтиән-фермер хужалығының «Милана үҙәге» баҡсаһында үҫкән татлы еләктәрҙән ауыҙ итте.