«Үҙәк» МТС ының Илештәге филиалы уңғандары ағымдағы ураҡ кампанияһын тамамлап, малдарҙы уңышлы ҡышлатыу өсөн ныҡлы аҙыҡ запасы тупланы. Бөртөклөләрҙән барлығы 13032 тонна тулай йыйым алынып, гектар ҡеүәте уртаса 29,9 центнер тәшкил итте. Малдарҙы бай рацион нигеҙендә ашатыу иң мөһим бурыстарҙың береһе булып, бесән – 540 т, сенаж — 3375т, силос – 4140 т, һалам 600 т хәҙерләнгән. Предприятие эшсәндәре тарафынан 888 гектар майҙанда көнбағыш үҫтерелеп, ул юғалтыуҙарһыҙ йыйып алынған. Әйткәндәй, был культураны игеүгә ныҡлы иғтибар бирелгән – яҡшы итеп һөрөлгән майҙандарға сәселгән. Нигеҙ һалынғансы сәсеүлектәргә культивация яһалған, етерлек күләмдә минераль ашлама индерелгән, шытып сыҡҡас, рәт аралары ла сифатлы итеп эшкәртелгән. Өҫтәүенә төрлө ауырыуҙарға, бөжәктәргә ҡаршы көрәш саралары ваҡытында башҡарылған. Аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланған ауыл уңғандары. Әлеге культураны өс «Нью-Холланд» һәм бер «Challenger» комбайндарында тәжрибәле механизаторҙар Алмаз Таймасов, Динис Ғилметдинов, Алмаз Хажиев һәм Денис Таюшев һуҡтырған. Ташыусы «КамАЗ» водителдәре Дамир Мөхәммәтвәлиев, Рузик Сәмиғуллин, Радмир Фәтхиев етеҙлек күрсәткән. Улар көнөнә 10-12шәр рейс яһарға өлгөргән. Көнбағыштың уртаса гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил иткән. Ул Ишҡар һәм Лаяшты ырҙын табаҡтарына ташылған. Бында ырҙын табағы мөдирҙәре Мәғфиә Кәбирова, Рәйлә Хәбирова, машинистар Ғәзизйән Кәбиров, Ирек Хәбиров, Илнур Хәбиров, водителдәр Илшат Ғәлимов, Морис Мәғҙәнов ҙур тырышлыҡ һалған. Шуны ла билдәләргә кәрәк: иген ваҡытында таҙартылып, киптерелеп келәттәргә урынлаштырылған. Киләһе йыл өсөн етерлек күләмдә орлоҡ әҙерләп ҡуйылған. Таҙартылған көнбағыш Бөрө, Шишмә элеваторҙарына оҙатылған. Уны тәжрибәле шоферҙар Рәфит Хәҙимуллин, Наил Хафизов, Илдар Насипов илтеп тапшырған. Филиал хеҙмәтсәндәрен ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолоп, ашнаҡсылар Луиза Әхмәтғәлиева һәм Флүрә Шафиҡова әҙерләгән тәмле ризыҡтарҙы водитель Әүхәт Авзалов баҫыуға алып барған. Туңға һөрөүселәр ҙә һынатмай, эш ике сменала ойошторолған. «Джон-Дир» тракторын хеҙмәтләндереүсе уңған механизаторҙар ағалы-ҡустылы Радмир һәм Рушан Фәйезовтар, Әнис Фәхрәҙиев, Илнур Исла- мов, Илдус Шафиҡов, Руслан Даутов, Илфир Бәҙретдинов, Булат Миңнуллиндар көндө-төнгә ялғап эшләгән. Баҫыуҙарҙы дискылау Фларис Шакиров менән Фәйләс Сәлимовҡа ышанып тапшырылған. Шулай уҡ филиал эшсәндәре киләһе йыл уңышын ҡайғыртып, был йәһәттән ер ҡуйынына арыш һәм вика ҡатнашмаһы, арыштың «Памяти Кунакбаева” сорты сәселгән. Ғөмүмән, ирешелгәндәре өлгө итеп ҡуярлыҡ, иген ҡырҙары – һоҡланырлыҡ. Уртаҡ тырышлыҡ менән иген келәттәре ашлыҡ менән тулған, малдарға етерлек күләмдә аҙыҡ тупланған. Тимәк, предприятиеның киләсәге өмөтлө һәм ышаныслы.