САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
21 Октября 2020, 14:00

Изге эштәр

Дүртөйлө участка лесничествоһының 55-нсе кварталы 6-нсы бүлемендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, шыршы үҫентеләре ултыртылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дүртөйлө участка лесничествоһының 55-нсе кварталы 6-нсы бүлемендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, шыршы үҫентеләре ултыртылды. Бында райондың бөтә ойошмалары вәкилдәре иҙге эш башҡарыу – «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан ойошторолған «Еңеү урманы» республика акцияһы ҡыҫаларында тәбиғәтте йәшеллендереүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн йыйылды. Сарала шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район hәм ҡала Советтарының яңы депутаттар корпусы, БР Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев ҡатнашты. «Бөгөн 200 гә якын кеше 2,5 гектар майҙанда 10 мең төп ағас үҫентеһе ултыртты. Бындай акциялар беҙҙең районда даими үткәрелә. Мәҫәлән, яҙ Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Василий Горшков хөрмәтенә «Хәтер баҡсаһы» на нигеҙ һалынды. Унда 8 меңгә яҡын үҫенте ултыртылды. Беҙ шундай саралар үткәреү мөмкинлеген биргән хакимиәткә рәхмәтлебез», — тине Дүртөйлө лесничествоһы бүлеге начальнигы Нәзиф Мансуров. Дүртөйлө электр hәм йылылыҡ селтәрҙәре вәкилдәре ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн ағастарға сыйырсыҡ оялары ла элеп ҡуйҙы. Йыйылыусыларҙы ялан кухняһында әҙерләнгән һалдат бутҡаһы менән һыйланылар.
Читайте нас