Ярышта Өфө һәм Салауат ҡалалары, Саҡмағош, Кушнаренко, Мишкә, Өфө һәм Благовар райондарынан алтмыштан артыҡ спортсы ҡатнашты. Ярыш программаһы ун алты саҡрымлыҡ шәхси уҙыштарҙан торҙо. Бында бәйгеселәр төрлө йәш категорияларында (10 йәштән алып 70-кә тиклем) көс һынашты. Әлеге ярыштарҙа балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Айҙар Сәйетовтың тәрбиәләнеүселәре районыбыҙ данын яҡланылар. Шәхси ярыш һөҙөмтәләре буйынса Индира Ғәлиева, Әмир Сәфәров – икенсе, Алмаз Ғәлиев, Тимур Хәкимов – өсөнсө урындарҙе.