САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Октября 2020, 11:40

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте буласаҡ инженерҙарға бүләк яһаны

Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-нсө Өфө инженерҙар лицейында яңы компьютер классы асылды. Дөрөҫөрәге, яңыртылған синыф бүлмәһе – бинала ремонт эшләнде һәм ул информатика дәреҫтәрен үткәреү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазланды. Лицейға иғәнәселек ярҙамын “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-нсө Өфө инженерҙар лицейында яңы компьютер классы асылды. Дөрөҫөрәге, яңыртылған синыф бүлмәһе – бинала ремонт эшләнде һәм ул информатика дәреҫтәрен үткәреү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазланды. Лицейға иғәнәселек ярҙамын “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәтте.
Яңыртылған кабинетты асҡанда символға әүерелгән ҡыҙыл лентаны “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Асҡар Әминов, Өфө Дәүләт нефть-техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфө ҡала округы Орджоникидзе районы хәкимиәтенең Гуманитар мәсьәләләр һәм мәғәриф буйынса идаралығы начальнигы Юлиә Мостафина киҫте.
Ойошма аҡсаһына кәрәкле программа һалынған 16 заманса компьютер менән уңайлы мебель һатып алынды һәм урынлаштырылды. “Занятиеләрҙе үткәреү өсөн уңайлы шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға мәғлүмәт-коммуникация технологияларын яҡшыраҡ үҙләштереп, артабан техник юғары уҡыу йорттарында белем алыуға әҙерләнергә һәм киләсәктә нефть үткәреү тармағы белгестәре сафтарын тулыландырыуға ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне лицей директоры Алла Цыбина.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте бығаса ла лицейҙың матди базаһын нығытырға ярҙам итте. Ойошма бүлгән аҡсаға физика дәрестәрендә лаборатор эштәр үткәреү өсөн йыйылмалар һәм актуаль мәғлүмәтте, шул иҫәптән дәреҫтәр тәртибен һәм лицей яңылыҡтарын күрһәтеүсе интерактив экрандар һатып алынғайны.
Өфө ҡалаһындағы был 83-нсө лицей 1957 йылда асылған. 2003 йылдан башлап ул Өфө Дәүләт нефть-техник университеты (УДНТУ) патронатында эшсәнлек алып бара. Үҙ сиратында “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте был уҡыу йорто менән белгестәр әҙерләү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Лицейҙа тәрбиәләнеүселәр физика-математика, химия-математика, мәғлүмәт-технология, инженерлыҡ-иҡтисади йүнәлештәр буйынса белем алып, артаба уҡыуҙарын техник юғары уҡыу йорттарында дауам итәләр.
Читайте нас