САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
26 Сентября 2020, 04:20

Тармаҡта 30 йылдан артыҡ

Эльбарт Ғарифуллин «Теләпән» нефть йыйыу пунктынан алыҫ түгел урынлашҡан ауылда үҫә. Ауылдаштары унда эшкә йөрөй. Туған апайы ла шул предприятиела хеҙмәт итә. Күренеп торған ҙур резервуарҙар һәм башҡа серле нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу объекттары күп кенә ауыл малайҙарын туған колхоздың егәрле аттарына һәм машина-трактор паркына ҡарағанда аҙ ҡыҙыҡтырмаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эльбарт Ғарифуллин «Теләпән» нефть йыйыу пунктынан алыҫ түгел урынлашҡан ауылда үҫә. Ауылдаштары унда эшкә йөрөй. Туған апайы ла шул предприятиела хеҙмәт итә. Күренеп торған ҙур резервуарҙар һәм башҡа серле нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу объекттары күп кенә ауыл малайҙарын туған колхоздың егәрле аттарына һәм машина-трактор паркына ҡарағанда аҙ ҡыҙыҡтырмаған. Совет армияһының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндән һуң, оҙаҡ уйламайынса, хеҙмәт эшсәнлеген «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идараһында башларға ниәтләй. Ул ваҡытта коррозияларға ҡаршы ҡапламалар һәм торбаүткәргестәргә, йыһаздарға капиталь ремонт эштәре цехы асыла. Эшсе белгестәр һәр саҡ кәрәк була һәм йыш ҡына эшселәрҙе бер цехтан икенсе цехҡа күсе- рәләр. Эльбартҡа электр менән тәьмин итеү яйланмаларының прокат-ремонт цехында ла слесарь булып эшләргә тура килә. Уның радиомеханик белгеслеген алыу хыялы була. Стәрлетамак ҡалаһының 54-нсе һөнәри-техник училищеһында әлеге һөнәрҙе алып булғанын белгәс, шунда уҡырға инә. Училищены тамамлағас, ике йыл көнкүреш йортонда эшләй. Тик заманалар үҙгәрә, көнкүреш ойошмалары ябыла йәки үҙгәрә. Эльбарт Даниф улы яңынан нефть һәм газ сығарыу идараһына ҡайта. Бөгөнгөләй хәтерләй, был 1991 йылдың 24 июлендә була. Ул нефть хәҙерләү һәм уны ҡыуҙырыу цехының һыуҙан һәм тоҙҙан айырыу яйланмаһы операторы булып эшләй башлай. Беренсе йылдарҙа башҡа цехтарҙа алған күнекмәләр һәм радиомеханик белгеслеге бында ла кәрәк була. Белемең ни ҡәҙәр күберәк булған һайын, теге йәки был белгеслек буйынса эшләү шул ҡәҙәр еңелерәк. Ул цехтың иң яҡшы эшсеһе була. Юҡҡа ғына Иҫке Ҡалмашҡа — «Саҡмағош» нефть хәҙерләү, ҡыуҙырыу һәм тапшырыу цехын реконструкцияләү ваҡытында, эшкә саҡырылмағандыр. Эльбарт Ғарифуллиндың нефть хәҙерләү һәм уны ҡыуҙырыу цехында эшләү стажы хәҙер 29 йылдан артып китә.Ул нефть һәм газ сығарыу идараһы һәм «Башнефть»тең Почет грамоталары менән бүләкләнгән, бер нисә йыл элек РФ Энергетика министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Читайте нас