Йәшәгән төбәгебеҙҙең таҙалығы, төҙөклөгө, йәшеллеге һәр беребеҙҙең уртаҡ тырышлығына бәйле. Әлеге хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, Йәркәй ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһындағы ойошма-учреждениеларҙың, халыҡ көсө менән тирә-яҡты тағы ла күркәмләндереү өсөн күләмле эштәр башҡарыла. Үҙ өйөбөҙҙә тәртип булдырған кеүек, тәбиғәтебеҙҙе лә, йәшәгән төбәгебеҙҙе лә һәр ваҡыт таҙа тотарға бурыслыбыҙ. Ағымдағы йылдың «2020 йыл – Башҡортостан Республикаһында зауыҡлы биләмәләр йылы» тип иғлан ителеүе яуаплылыҡты тағы ла арттыра.
Тәүҙә һәр кеше, хеҙмәт коллективы үҙҙәре йәшәгән, эшләгән урында, тирә-яғындағы территорияны тәртипкә килтереүҙе ойошҡан төҫтә алып барырға тырышһа, икенсенән, уны төҙөкләндереүгә, йәшелләндереүгә лә етди иғтибар бирә. Һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә төрлө сәскәләр үҫтерелеп, улар үҙәк майҙанда урамдарҙа ғына түгел, ойошма алдарында ла йәй буйы күҙҙең яуын алып ултыра. Ағымдағы йылда ла «Уют» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәм баҡсасы Сәмиғә Солтанова тарафынан үҫтерелгән сәскәләр тирә-яғыбыҙҙы йәмләй. Атап әйткәндә, һуңғы йылдарҙа булдырылған Октябрҙең 50 йыллығы һәм Ҡыҙылармеецтар урамы киҫешкән урында Альп тауы, Коммунистик урамындағы, Үрге Йәркәй ауыл башындағы сәскәлектәр күркәм булып, төрлө төҫлө сәскәләр атып ултыра. Шулай уҡ Ленин, Коммунистик, Ҡызылармеецтар, Совет, Пушкин урамдары буйынса 38 меңдән артыҡ сәскә ултыртылып, унда юстиция эштәре буйынса БР Дәүләт комитетының Илеш районы ЗАГС, БР буйынса «ФКП Росреестр» ФДБУ филиалының 10-сы территориаль бүлектәре, Үрге Йәркәйҙәге дәүләт статистика бүлексәһе, беренсе гимназия, Т.Рахманов ис. һәм дүртенсе урта мәктәптәр, сәләмәтлеге сикләнгән уҡыусылар өсөн Илеш коррекцион мәктәп-интернаты, беренсе һәм икенсе балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәптәре коллективтары ярҙамлашты.
Ағымдағы йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Үрге Йәркәйҙәге Совет урамында Еңеү аллеяһы булдырылды. Бында сик һаҡсылары, һалдаттар, моряктар, танкистар һәйкәлдәре урынлаштырылды. Йәркәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре сәскәләр ултыртты. Аллея райондаштарҙың яратҡан ял урынына әүерелеп, бында хәзер өлкәндәр скандинавса йөрөргә, йәштәр, ата-әсәләр балалары менән прогулкаға сыға.
Юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында Пушкин, Совет, Ҡызылармеецтар (өлөшсә), Куйбышев, Свердлов урамдарына асфальт түшәлде. Строительная, 8 Март, Безымянная, Коммунальный, Фрунзе урамдарына өлөшсә ҡом-таш һалынды.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, биләмә республикала тормошҡа ашырылған төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, «Башҡортостанда уңайлы ихата» проммаһы сиктәрендә Хоҙайбирҙин урамына асфальт түшәлде, балалар майҙансығы, ҡоролда иҫке гараждар, ҡаралты-ҡуралар һүтелеп, бордюрҙар ҡуйылды. «Ҡала мөхите» проекты ҡыҫаларында Ленин, Октябрҙең 50 йыллығы, Коммунистик урамдарында йәйәүлеләр юлы булдырылып, бордюрҙар урынлаштырылды һәм әлеге ваҡытта ла эштәр дауам итә. «Подъездар ремонтылау» буйынса Ленин урамындағы 2-се йорт подъезды төҙөкләндерелә. Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы сиктәрендә район үҙәгендә булған сфетофорҙар ремонтланды һәм яңылары урынлаштырылды.
Район үҙәгендә иртә яҙҙан башланған көндәлек йыйыштырыу эштәре, өмәләр бөгөнгө көндә лә дауам итә. Урамдар, ҡапҡа алдары, ғөмүмән, йәшәгән, эшләгән территориябыҙ һәр ваҡыт тәртиптә торһон. Төҙөлөш материалдары, ҡом-таш өйөмдәре, иҫке, йөрөмәгән техникалар ҡапҡа алдарында булмаһын ине. Шулай уҡ бәйһеҙ малдарҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Ҡыҫҡаһы, производство объекттары территорияларында, шәхси йорт аллдарындағы сүп үләндәрен сабыуҙа, төбәкте тәртипкә килтереү маҡсатында үткәрелеүсе шәмбе өмәләрендә һәр кемде әүҙем ҡатнашырға, таҙалыҡты һаҡларға саҡырабыҙ.