САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
24 Сентября 2020, 05:10

мастер

Руслан Ғилемйән улы Хәсәнов – Ампир Сыртланов исемендәге өсөнсө һанлы Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу цехының ҠарасаЙылғалағы беренсе бригадаһы мастеры.

Добавить в предпочтительные источники Google
Руслан Ғилемйән улы Хәсәнов – Ампир Сыртланов исемендәге өсөнсө һанлы Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу цехының ҠарасаЙылғалағы беренсе бригадаһы мастеры. Ул Өфөлә тыуған. Дүрт йәштән Дүртөйлөлә. Хәсәновтар бында ғаилә башлығы Ғилемйән Мөбәрәкша улы төҙөлөш-монтаж идараһында мастер булып эшләй башлағас күсенә. Руслан дүртенсе урта мәктәптә уҡый. «Нефть институтының төҙөлөш факультетына уҡырға керҙем һәм университет тамамланым», — тип шаярта. Юғары уҡыу йортоноң исеме үҙгәртелә. Бер аҙ ҡатлам баҫымын тотоу цехында насос станцияләры машинисы булып эшләй. Тик был, әйткәндәй, ябай прелюдия, йәғни кереш өлөш кенә була. Ҡағиҙә буларак, нефть университетын тамамлаусылар шулай башлай. Төп эште, атаһы кеүек, төҙөлөшмонтаж идараһында башлай. Монтажник, мастер, шунан һуң участка начальнигы була, белгеслектең бар баҫҡыстарын да үтә. Һуңыраҡ нефть һәм газ сығарыу идараһының етештереүтехник бүлегенә саҡыралар, бында алты йыл эшләй. 2010 йылда нефть промыселена – өсөнсө һанлы Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу цехына мастер итеп саҡыралар, белеүебеҙсә, бөгөнгә ҡәҙәр бында хеҙмәт итә. – Өсөнсө нефть промыселында эшләүемә мин бик ҡәнәғәт, – ти Руслан Хәсәнов. – Цех начальнигы Салауат Кәримов татыу коллектив туплаған. Ҡуйылған бурыстарҙы промысел уңышлы үтәй. Беҙгә спорт сараларында актив ҡатнашыусы йәш егеттәр килде. Руслан Хәсәновты актив йәмәғәтсе булараҡ беләләр. 2002 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты була. Оҙаҡ йылдар нефтселәр дөйөм ятағында урынлашҡан участок һайлау комиссияһын етәкләй. . Бөгөн ул нефть промыселы профсоюзының цех комитеты рәйесе булып тора. – Комитет коллектив тормошона ҙур иғтибар бирә, – тип дауам итә Руслан Ғилемйән улы. – Етештереү процесында барлыҡҡа килгән бөтә актуаль һорауҙарҙы ҡарай-тикшерә. Цехтың һәр хеҙмәткәренә төрлө тормош хәлдәре барлыҡҡа килгән осраҡта шәхси яҡын килеү юлдарын табырға тырышабыҙ. Комитеттың төп позициялары – хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, спорт-сәләмәтләндереү һәм мәҙәни-массакүләм саралар ойоштороу һәм үткәреү, уҡыу йылы башында волонтерлыҡ хәрәкәтендә, «Ҡыш бабайҙан бүләк» акцияһында, бәләгә юлыҡҡан кешеләр өсөн аҡса йыйыуҙа һәм башҡаларҙа актив ҡатнашыу. Эшләүселәрҙең балалары сәләмәтләндереү лагерҙарында ял итәләр. Хезмәткәрҙәр, теләктәре буйынса, үҙ сәләмәтлектәрен санаторийҙарҙа нығыталар. Руслан Хәсәновтың бик күп бүләктәре бар, быйыл уның исеме «Роснефть» нефть компанияһының төбәк-ара профсоюз ойошмаһының маҡтау галереяһына керетелгән.
Читайте нас