САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
24 Сентября 2020, 06:51

Беренсе онлайн-концерт

Һуңғы ярты йылда беҙ һәр нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы ярты йылда беҙ һәр нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндек. Әлеге осор һәммәбеҙҙе лә берләшергә һәм бер-беребеҙгә ярҙамға килергә мәжбүр итте. Хатта башҡаса эшләргә лә өйрәндек кеүек. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йорто артистары үҙ тамашасыһы менән осрашыуҙы һағынып бөттө. Улар беҙгә ысын алҡыштар, иң мөһиме – залдың йылы ҡабул итеүе етмәй, тиҙәр. Ошо көндәрҙә «Тыуған ерҙең яҡты уты» исемле беренсе онлайнконцерт үтте. Ул районыбыҙҙың 90 йыллығына бағышланды. Район мәҙәниәт йорто артистарынан тыш, программала һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Концерт онлайн режимда булып, тамаша залы бөтөнләй буш. булыуға ҡарамаҫтан, артистар сараға ентекләп әҙерләнде. Үҙҙәренең иң матур сәхнә костюмдарын кейеп, улар тамашасыға байрам кәйефен еткерергә тырышты. Тамаша барышын меңдән артыҡ кеше күҙәтте. Программала халыҡ моңдары, татар һәм башҡорт йырҙары яңғыраны, хореографик номерҙар күрһәтелде. Беренсе онлайн-концерт артистарыбыҙҙың төрлө шарттарҙа лә эшләй алыуын дәлилләне.
Читайте нас