САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Сентября 2020, 06:05

Берҙәмлектә – көс!

Теләкәйҙә өс ваҡиғаны берләштергән байрам уҙҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе өс ауылды берләштереп, унда барлығы 360 хужалыҡ иҫәпләнә. Бында уларҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлдерелгән ҙур сығымлы эштәр башҡарыла, төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, биләмә халҡы ағымдағы йылда ла Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын хуплап ҡаршы алды:урамдарҙы ҡышын – ҡарҙан, йәйен сүптән арындырыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Шуға күрә биләмә халҡы «МТЗ-82.1» тракторын һатып алыуҙы ҡулай күрҙе. Был маҡсатта ауыл халҡынан 100 мең һум, иғәнәселәрҙән («Илеш МТС» йәмғиәте – 50, «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәте -30, И.Ихсанов крәҫтиән - фермер хужалығы – 20 мең һум) 100 мең аҡса йыйылһа, муниципаль район хакимиәтенән – 380 мең, республика 1 млн. һум акес бүленгән.
Бу йәһәттән, шулай уҡ районда иғлан ителгән «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы сиктәрендә Теләкәй ауыл мәҙәниәт йортонда байрам сараһы ойошторолоп, уны Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәғитйән Зарипов асты. «Был программала ҡатнашыу өсөн халыҡ менән ғөмүм йыйылыштар үткәрелде. Артабан документтар әҙерләнеп, аҡса тупланды. Иғәнәселәр «Илеш МТС», «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәттәренә, И.Ихсанов крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, ғөмүмән, әлеге проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән барлыҡ ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен. Киләсәктә лә берҙәм булырбыҙ, тип ышанам», – тине ул сығышында.
Сараға теләкәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район Советы секретаре Игорь Никифоров килгәйне. Ул үҙ сығышында, район буйынса әлеге программа сиктәрендә күләмле эштәр башҡарылыуын билдәләп, ауыл халҡын киләсәктә лә һынатмаҫҡа сакырҙы. «Илеш-МТС» йәмғиәте директоры Рәүис Зарипов ауылдаштарын һәр ваҡыт берҙәм булырға саҡырып, тракторҙың оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләп, сапҡыс бүләк итте.
Шулай уҡ был көндө Теләкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып һәләк булған, иҫән ҡайтҡан яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәл асылды. Ул «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Эшлекле ғәмәлдәр» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Кирбес өйөү эштәрен ауыл егете Әнғәм Фәррәхов башҡарһа, башҡа мәшәҡәттәр ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре һ.б. иңенә төшкән.
Артабан Фәғитйән Ғәзизйән улы һәйкәлде эшләүҙә лайыҡлы өлөш индергән, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыусы «Илеш МТС» йәмғиәте директоры Рәүис Зариповҡа, шәхси эшҡыуар Марат Мирғариповҡа, Әхнәф Кәлимуллинға, Әнғәм Фәррәховҡа, Рәлиф Исламовҡа ауыл Советы ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ауыл халҡы исеменән яугир-интернационалист Ғилемйән Биктимеров Хөкүмәткә, муниципаль район, ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәттәренә ҙур рәхмәтен еткерҙе. Ошо төбәктә тыуып-үҫкән, Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе бер нисә китап авторы Радик Зиязов үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Илмира Хәйретдинованың, Анастасия һәм Кристина Ғәйфуллиналарҙың, Алһыу Фаҙлыеваның үҙенсәлекле тауыштары, Денис Хәйретдиновның сәнғәтле шиғыр уҡыуы, Нурия Мостафинаның бейеүе һәр кемде әсир итте.
Байрамға әйләнгән сара мул һыйҙарҙан һығылып торған табын артында тамамланды. Ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтар Рәсилә Тангрибергенова бешергән былауҙан ауыҙ итте.
Читайте нас