САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
27 Августа 2020, 08:25

Өлкәндәргә лә, балалар өсөн дә

Район үҙәгендә Ғаилә ялы паркы тантаналы шарттарҙа асылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Матур ҡояшлы йәй иртәһендә район үҙәгендә ғаилә ялы паркы үҙ эшсәнлеген башлап ебәрҙе. Уны асыу тантанаһында муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе А. Г.Сидякин, “Башнефть” акционерлыҡ нефть компанияһының власть органдары менән эшләү бүлеге менеджеры И.Р.Акулов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары В.В.Соколов белән И.М. Усманов, яуаплылығы сикләнгән “Альбит” йәмғиәте директоры П.В.Варфоломеев һәм инженеры Е.Н.Кириллов ҡатнашты. Парк ҡапҡаһына бәйләнгән ал таҫманы ҡырҡып, юғары ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ йәйге сәхнәле һәм уның йәнәшәһендә урынлаштырылған экранлы майҙанға үтте. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тантанала ҡатнашыусыларҙы дәүләт телдәрендә сәләмләп, сараны тиҙҙән байрам ителәсәк районыбыҙ ойошторолоуҙың 90 йыллығы хөрмәтенә тантаналарҙың береһе тип атаны һәм уның бында йәшәүсе дуҫ-татыу төрлө милләт вәкилдәренә берҙәй хеҙмәт итеп, һәр кайһының ихтыяждарына хеҙмәт итәсәген белдерҙе һәм йырлы-бейеүле матур тантана тәҡдим итте. Артабан юғары ҡунаҡтар сәхнәгә күтәрелде. Иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев тәбрикләү һүҙҙәре менән сыҡты.
Ул Саҡмағоштарға ялдарын күңелле үткәреү өсөн шарттар тыуҙырырга ярҙам иткән республика етәкселегенә, төҙөлөшмонтаж эштәрен башкарған “Альбит” йәмғиәте вәкилдәренә, иғәнәселек ярҙамы күрһәткән “Башнефть” акционерлык ком- панияһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәренә, башҡа тырышлыҡ һалыусыларға ихлас рәхмәт белдерҙе һәм муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе А.Г.Сидякин Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров исеменән рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе. Артабан “Башнефть” акционерлыҡ компанияһы менеджеры И.Р.Акулов компания етәксеһенең тәбрикләү хатын уҡып ишеттерде, эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. Тантаналы өлөш тәмамланыуға Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директоры урынбаҫары В.В. Дәүләтова ҡунаҡтар өсөн парк буйлап экскурсия ойошторҙо. Спорт майҙансығы эргәһендә ҡунаҡтарҙы яҙмыш һынауҙарын еңә белеүсе көслө рухлы яҡташыбыҙ – Омск ҡалаһы янындағы һауа-десант ғәскәрҙәренең уҡыу-өйрәнеү үҙәгендәге фажиғәлә ике аяғын да юғалтыу- ға ҡарамаҫтан, һынмаған-һығылмаған блогер, актив спортсы Рөстәм Нәбиев ҡаршы алды. Асыҡ һауалағы тренажерҙарҙан хатта мөмкинлектәре сикле кешеләр ҙә файҙалана алыуын ул үҙ өлгөһөндә күрһәтте. Аллея Ғаилә ялы паркын Еңеү паркы менән тоташтыра. Ҡунаҡ- тар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары хөрмәтенә ҡуйылған обелисктағы Мәңгелек утҡа, уҙған йыл сик һаҡсылары хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалдылар, Саҡмағош ауыл Со- ветынан яуҙа ҡатнашҡан фронтовиктар хөрмәтенә ҡуйылған стела янында ҡарт олатайҙары тураһында ғорурланып һөйләгән йәш райондаштарыбыҙ менән аралаштылар. Юғары ҡунаҡтар әйләнеп килгәндә сәхнәлә райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән бай концерт ҡыҙғанданҡыҙа бара ине. Райондаштар “Мин Саҡмағошто яратам” артобъекты эргәһендә, башҡа матур урындар фонында фоторәсемгә төштө, дуҫтары-таныштары менән аралашты. Зауыҡлы биләмәләр йылында сафҡа индерелгән Ғаилә ялы паркы бына шулай райондаштарыбыҙға хеҙмәт итә башланы.
Читайте нас