САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
30 Июля 2020, 09:25

Балаларға – гаджеттар

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын тормошҡа ашырыу ниәтенән «Bashtoy» йәмғиәте компанияһы райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына бушлай уйынсыҡ планшет һәм смартфондар тапшырҙы.Башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшеүсе гаджеттар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына үткәрелгән конкурста «Bashtoy» йәмғиәте һәм «Маҡсат» йәштәр ойошмаһы ярҙамында уртаҡ еңеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.Был проект үткән йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла.–Туған телдә һөйләшеү ихтыяжын үҫтереү, уны модалы, кәрәкле итеү – проекттың маҡсаты. Әлеге проект кесе йәштән үк туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, уны яратырға ярҙам итәсәк, – ти район мәғариф бүлеге начальнигы Рәмилә Ибәкова.Гаджеттар менән уйнау һөҙөмтәһендә туған телдәрҙә сәскәләр, хәрефтәр, һандар атамаларын өйрәнергә мөмкин. Ике юллы шиғырҙар һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән ҡыҫҡа йырҙар тыңларға, шулай уҡ ябай арифметика, хайуандар донъяһы менән танышырға мөмкин.–Мәктәпкәсә йәштәге балалар уйын формаһында телдәргәңелерәк һәм тиҙерәк өйрәнә, – тип дауам итә Рәмилә Әнүәр ҡыҙы. – Яңы гаджеттар уларға дөрөҫ һөйләм һәм интонация күнекмәләрен булдырыуға ярҙам итәсәк. Барлыҡ уйынсыҡтар һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм һәр береһенең хәүефһеҙлек сертификаты бар.«Bashtoy» йәмғиәте вәкилдәре билдәләүенсә, әлеге уйынсыҡ гаджеттарҙан тыш, компания етештергән ассортиментта туған телдәрҙә һөйләшеүсе башҡа музыкаль уйынсыҡтар ҙа бар: плеер, микрофон, ҡурсаҡтар, плакаттар, электрон модулле һәм башҡа актив элементлы китаптар.Район хакимиәте яңы уйынсыҡтар линияһы авторы – «Bashtoy» компанияһы, уның етәксеһе Фәнзил Әҙелбаевҡа районыбыҙ халҡы араһында телде һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын тормошҡа ашырыу ниәтенән «Bashtoy» йәмғиәте компанияһы райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына бушлай уйынсыҡ планшет һәм смартфондар тапшырҙы.
Башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшеүсе гаджеттар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына үткәрелгән конкурста «Bashtoy» йәмғиәте һәм «Маҡсат» йәштәр ойошмаһы ярҙамында уртаҡ еңеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Был проект үткән йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла.
–Туған телдә һөйләшеү ихтыяжын үҫтереү, уны модалы, кәрәкле итеү – проекттың маҡсаты. Әлеге проект кесе йәштән үк туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, уны яратырға ярҙам итәсәк, – ти район мәғариф бүлеге начальнигы Рәмилә Ибәкова.
Гаджеттар менән уйнау һөҙөмтәһендә туған телдәрҙә сәскәләр, хәрефтәр, һандар атамаларын өйрәнергә мөмкин. Ике юллы шиғырҙар һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән ҡыҫҡа йырҙар тыңларға, шулай уҡ ябай арифметика, хайуандар донъяһы менән танышырға мөмкин.
–Мәктәпкәсә йәштәге балалар уйын формаһында телдәргәңелерәк һәм тиҙерәк өйрәнә, – тип дауам итә Рәмилә Әнүәр ҡыҙы. – Яңы гаджеттар уларға дөрөҫ һөйләм һәм интонация күнекмәләрен булдырыуға ярҙам итәсәк. Барлыҡ уйынсыҡтар һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм һәр береһенең хәүефһеҙлек сертификаты бар.
«Bashtoy» йәмғиәте вәкилдәре билдәләүенсә, әлеге уйынсыҡ гаджеттарҙан тыш, компания етештергән ассортиментта туған телдәрҙә һөйләшеүсе башҡа музыкаль уйынсыҡтар ҙа бар: плеер, микрофон, ҡурсаҡтар, плакаттар, электрон модулле һәм башҡа актив элементлы китаптар.
Район хакимиәте яңы уйынсыҡтар линияһы авторы – «Bashtoy» компанияһы, уның етәксеһе Фәнзил Әҙелбаевҡа районыбыҙ халҡы араһында телде һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерә.
Читайте нас