САРМАНАЙ
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
8 Июля 2020, 09:41

Үҙебеҙҙекенә етәме һуң?

Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә Үрге Йәркәйҙәге үҙәк майҙанда Башҡортостан Республикаһы тауар етештереүселәренең социаль йәрминкәһе үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә Үрге Йәркәйҙәге үҙәк майҙанда Башҡортостан Республикаһы тауар етештереүселәренең социаль йәрминкәһе үтте. Был көндө халыҡҡа аграрийҙар, предприятиелар, эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар үҙҙәрендә етештерелгән ауыл хужалығы һ.б. төрлө тауарҙар тәҡдим итте. Халыҡ үҙебеҙҙең тупраҡта үҫкән, экологик яҡтан таҙа йәшелсә, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән сифатлы ит, һөт продукциялары һатып алды. Тәҡдим ителгән тауарҙарҙың хаҡы ла сағыштырмаса ҡиммәт түгел ине.
Райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан М.Горький ис. кооператив, «Үҙәк МТС» ДУАХП Илеш филиалы – бесән, И.Шәйхетдинов КФХғы – һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, билмән, кәтлит, хинкали һ.б. ярым фабрикаттар, шәхси хужалыҡтарҙан Р.Хәләпов – ҡыяр, Г.Миңнеголова, А.Закиров – баҡса еләге, Л.Ахунова – урман еләге, шулай уҡ «Эра», «Илешмолоко», «Илешхлеб» йәмғиәттәре үҙҙәрендә етештерелгән продукцияларҙы тәҡдим итте. Шулай уҡ теләгән һәр кем ҡайнар сәйҙән, шашлыҡтан ауыҙ итә алды.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре күркәм концерт номерҙары бүләк итте.
Читайте нас