Илебеҙ башҡалаһы Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүнең 75 йыллығын билдәләп үткәрелгән парад көнөндә – 24 июндә районыбыҙ биләмәләрендә лә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлау тантаналары ойошторолдо.
Был көндө Иҫке Ҡалмаш ауыл Советында ғүмер итеүсе ҙур хөрмәткә лайыҡ ил ағалары, бөгөнгө тыныс тормошто яулап алған яугирҙәр Нәжип Хәмәдиәр улы Хисмәтуллин менән Әнүәр Фәтхулла улы Хәбибуллинды иҫтәлекле байрам менән тәбрикләп, уларҙың йорттары эргәһендә ике ветеран хөрмәтенә лә парад ойоштордолар. Ветерандарға һәм уларҙың яҡындарына мөрәжәғәт итеп, Иҫке Ҡалмаш ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Азамат Альфред улы Еникеев, ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Айһылыу Үҙбәк кызы Сәлимгәрәйева күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе еткергәндән һуң ветерандарға “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм кәрәҙле элемтә операторҙарының бүләге – түләүһеҙ бәйләнеш тәьмин итеүсе кеҫә телефондары тапшырылды. Был көндө Иҫке Ҡалмаш ауыл Советы хәкимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана һәм урындағы урта мәктәп коллективтары вәкилдәре ветерандарға теләктәрен шиғри юлдар һәм музыкаль бүләктәр аша еткерҙеләр, ветерандарға һәм уларҙың яҡындарына георгий таҫмалары һәм кескәй генә Еңеү әләмдәрен тапшырҙылар.
Үҙҙәренә күрһәтелгән ҡәҙер-хөрмәткә яуап итеп, хөрмәтле ил ағаһы, райондаштарға күңелдәргә үтеп инә торған шиғырҙары аша яҡшы таныш булған Нәжип Хәмәдиәр улы Хисмәтуллин үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерде. Ветерандың һәм уның ғүмер юлдашы Хәтимә Әхмәтйән ҡыҙының йәштәргә еткергән теләктәре лә бик тә фәһемле булды. Әнүәр Фәтхулла улы Хәбибуллиндың да йәштәргә әйтер теләктәре күп ине.